Маҡсат ҡуйған – бәхет ҡорған19.02.2016
Маҡсат ҡуйған – бәхет ҡорған Шәрип ауылынан Сәлих Байгилдин алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшмәйенсә тыныслана белмәй. Холоҡ-фиғелендәге ошо күркәм сифат уға илһөйәр атай-олатайҙарынан тапшырыла киләлер, бәлки.

Рәсәйгә ҡарата сит илдәр тарафынан санкциялар иғлан ителгән осорҙа Сәлих Сабит улының ҙур ышаныс менән крәҫтиән (фермер) хужалығын асырға йөрьәт итеүе маҡтауға лайыҡ. Бындай ир-егеттәр, сәйәсәттән йыраҡ торһа ла, бөгөнгө аҙымы менән йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлеген күрһәтә, ауыр минутта бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыуҙың мөһимлеген иҫбатлай.
Эшен яңыраҡ ҡына башлап торған фермерҙың 30 баш йыл­ҡыһы, 15 баш һыйыр малы бар. “Үҙ эшемде асыу теләге бынан 15 йыл элек барлыҡҡа килде. Һарайҙа торған бер баш ҡо­лондан башланым, тиһәң дә була. Шулай малды тирә-яҡ ауылдарҙан һатып алып үрсетеп, өс тиҫтә башҡа еткерҙем. Төп маҡсатым – йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү, ит һатыуҙы яйға һалыу. Халыҡ файҙалы икәнен яҡшы белһә лә, сауҙа нөктә­ләрендә йылҡысылыҡ продук­цияһы һирәк осрай. Һуңғы осорҙа ауылда заманса техника һатып алған күптәр, шул иҫәптән оло йәштәгеләр ҙә, хужалыҡта аттың кәрәге юҡ тигән фекерҙә. Ата-бабаларыбыҙҙың тоғро юлдашы иҫәпләнгән, ҡасандыр яланда көтөү-көтөү йөрөгән малға бөгөн юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай, минеңсә”, – тип һөйләй фермер.
Беренсе ҡарашҡа ат аҫрау еңел һымаҡ тойола. Күптәр: ”Уның нимәһе бар инде, үҙе лә табып ашай”, – тигән була. Ауыл хужалығы ерҙәренең тапалыу ихтимал­лығы, мал урлау осраҡтарының күплеге хаҡында уйламайҙар. Ҡышҡылыҡҡа етерлек бесәнен әҙерләү, ышыҡ урын хәс­тәрләү мөһимлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмау кәрәк.
Сәлих Байгилдиндың, эш башлап ҡына торғас, ҡулында бер техника ла юҡ, шунлыҡтан ул “тимер ат”ты кешенән ҡур­тымға алып тора. Йәйгеһен Мәләүез индустриаль колледжы студенты, ике туған ҡустыһы Рәфис ярҙамлаша.
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса мәғлүмәт-консультация үҙәгенең документ юллауҙа, ерҙе рәсмиләштереүҙә ярҙамы ҙур булған. Ошондай иғтибар бар саҡта үҙендә күңел күтәренкелеге, көс тоя фермер. Киләсәктә мал көтөү, бесән әҙерләү өсөн бүленгән ерҙе рәсмиләш­тереүҙе тамамларға уйлай.
Малсылыҡ йүнәлешен һайла­уына үкенмәй Сәлих Сабит улы. Киләсәктә һарай төҙөү уйы менән яна, ни тиһәң дә, йәш ҡолондарға йылы кәрәк. Шуныһы уңайлы: ҡыш ат типкендә туҡлана бит, ниндәйҙер кимәлдә мал аҙығы экономиялана.
– Тормош иптәшем Айгөл менән дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Зөлхизә, Наҙгөл, Асия исемле ҡыҙҙарыбыҙ һәм улыбыҙ Малик менән 2008 йылда дәүләт программаһына ярашлы төҙөлгән күркәм йортта йәшәйбеҙ. Тормош алға барһын өсөн тырышлыҡ, сәм, үҙеңә ышаныс кәрәк, – ти әңгәмәсем.
Йылҡысылыҡ йүнәлешен үҫтереүҙе һайлаған яҡташыбыҙ Сәлих Байгилдиндың башланғысы уңышлы дауам итеренә ышанабыҙ. Бындай эшлекле егеттәр ярты юлда туҡтап ҡалмаҫ. Атай-олатайҙарҙан мираҫ итеп тапшырыла килгән йылҡы­сылыҡтың республика иҡтисадына ҙур табыш килтерә торған шөғөлгә әүере­леренә шик юҡ. Аяҡҡа баҫып, уңышҡа өлгәшә башлаһа, ауылдаштарына өҫтәмә эш урыны ла булдырыр Сәлих, ауылының социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөшөн индерер.






Вернуться назад