Эшһеҙ ҡалдым... Кредитты нисек түләргә?19.02.2016
Эшһеҙ ҡалдым...  Кредитты нисек түләргә? Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс — берҙән-бер көн эшһеҙ тороп ҡалдығыҙ йәки эш урынығыҙҙа хеҙмәт хаҡығыҙҙы ҡыҫтылар, ти... Ә алда — түләнмәгән кредиттар... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бөгөн нәҡ ошондай проблемалар менән йәшәргә мәжбүр. Хәйер, бындай тормошто йәшәү тип атап буламы икән? Бурыстар... Коллекторҙар... Бер туҡтауһыҙ янауҙар... Ни ҡылырға һуң был осраҡта? Кемдән ярҙам һорарға? Бөгөнгө яҙмабыҙ – ошо хаҡта.

Банктан ҡасып йөрөү — мәғәнәһеҙлек

Тәү ҡарамаҡҡа заемсы эшһеҙ тороп ҡалһа, был банк өсөн ҡулай ғына кеүек — ни тиһәң дә, тү­лән­мәгән бурыс өсөн пенялар, штрафтар банк хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә килем генә килтерәсәк. Әм­мә ысынбарлыҡта был улай тү­гел. Кредиторға тәү сиратта заемсыһының финанс яғынан тотороҡлолоғо мөһим, уға нисек тә түләү­ҙәрҙең өҙлөкһөҙлөгөн тәь­мин итергә кәрәк. Шуға ла һеҙгә, эш урынығыҙҙы юғалтҡан осраҡта ла, банк алдында тәртип­лелек күрһәтергә, үҙегеҙгә үк барып хәлегеҙҙе һөйләп бирергә, түләүҙән баш тартма­уығыҙҙы, әммә әлеге ваҡытта финанс мөм­кинлегегеҙ булмауын аңлатып би­рер­гә кәңәш итәбеҙ. Ҡурҡ­ма­ғыҙ. Бурыстары­ғыҙға ҡул һелтәп, кредиторҙарығыҙҙан ҡасып йө­рөмәүегеҙ, ә, киреһенсә, проб­ле­маларығыҙҙы хәл итергә ты­ры­шыуығыҙ был осраҡта һеҙҙең файҙаға ғына буласаҡ. Сөнки банк хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең йөҙө­гөҙҙә бурысын ҡайтарырға те­ләмәүсене түгел, ә яуаплы заем­сыны күрәсәк. Ә был – икеһе ике нәмә...
– Ваҡытында түләмәгән кредиттар өсөн пеня йыйылғанын көтөп ятырға ярамай. Тормошта төрлө хәлдәр була. Эшегеҙҙе юғалттығыҙ, йә хеҙмәт ха­ҡы­ғыҙҙы кәмет­теләр, йә ҡаты сирләп киттегеҙ, ти... Түләй ал­май­һығыҙ икән, сәбәптәрен күр­һәтеп, банк етәкселеге исеменә кредиты­ғыҙ­ҙы реструк­тури­за­ция­лауҙы – түләү шарттарын үҙ­гәртеүҙе – һорап ғариза яҙығыҙ. Ғари­зағыҙға ҡушып әлеге сә­бәп­тәрҙе раҫлау­сы документ­тарҙы беркетергә лә онотма­ғыҙ. Әйтә­йек, эштән буша­тылһағыҙ – хеҙ­мәт кенәгәгеҙҙең күсермәһен, ки­лемегеҙ кәмеһә – һуңғы эш уры­нығыҙҙан белешмә һ.б. Заем­сы­ның финанс хәленә һәм сә­бәп­тәргә ҡарап, банк реструк­тури­за­циялауҙың төрлө варианттарын тәҡдим итәсәк — айлыҡ иғә­нә­ләрҙе түләүҙе кисектереп тороу, айлыҡ түләүҙәрҙең сумма­һын кәметеү, кредиттың түләү ваҡы­тын оҙайтыу һ.б. – ти “Пром­связьбанк”тың кредитлау ида­ралығы белгесе Алиса Ноғо­манова.
Алиса Фирҙәт ҡыҙы әйтеүенсә, хәлегеҙ үтә мөшкөл булғанда ла, банк­тан ҡасып йөрөү – мәғә­нә­һеҙлек. Эшһеҙ тороп ҡал­һағыҙ, кисекмәҫтән кредиторға мөрә­жәғәт итергә һәм мәсьәләне хәл итеү юлдарын да бергәләп эҙләргә кәрәк.

Кредитты түләү шарттарын үҙгәртеү

Бурыстарҙы реструктуризациялау механизмы – тәү сиратта пеня һәм штраф­тарҙан ҡото­лоу­ҙың ышаныслы юлы. Был осраҡ­та клиентҡа процент став­каһы түбәнерәк булған башҡа кредит тәҡдим итергә йәки штраф һәм пеня һалыуҙы туҡтатырға мөм­киндәр. Ай һайын түлә­нәсәк сумманы ла мөмкинлектәрегеҙҙән сығып ҡына билдәләгеҙ. Ғәҙәттә, һеҙгә яраҡлы программа нәҡ ошо сумманан сығып һайлана. Әйт­кәндәй, ҡайһы бер банктарҙың килешеүҙәрендә ҡайтанан кредитлау тураһындағы пункт алдан уҡ ҡаралған була. Быға ла иғти­бар итегеҙ. Ҡыҫҡаһы, әгәр заемсы банк менән “хеҙ­мәт­тәшлек” итергә теләй һәм ваҡы­тында банкка мөрәжәғәт итә икән, уға ҡарата штраф санкциялары ҡулланыл­маясаҡ. Һөҙөмтәлә заемсы ва­ҡыт­лыса ауыр­лыҡтарҙан ҡотола һәм шул уҡ ваҡытта үҙе­нең кредит тарихын “бысра­ныуҙан” һаҡлап алып ҡала.
Билдәле, ҡайһы бер осраҡта банк клиентҡа кредитты реструк­туризациялауға ризалыҡ бир­мәүе лә мөмкин. Әйтәйек, һеҙ ипо­текаға фатир һатып алдығыҙ һәм тейешле сумманы ваҡы­тында түләй алманығыҙ икән, банк, һис шикһеҙ, кредитты милкегеҙ менән ҡаплауҙы һораясаҡ. Әгәр торлаҡ суд ҡарары менән тартып алын­һа, билдәле, ул түбәнерәк хаҡҡа, ба­ҙарҙағынан 20-30 процентҡа осһоҙораҡҡа һатыласаҡ. Шуға күрә был осраҡта фа­тирығыҙҙы үҙегеҙгә һатырға рөхсәт алыу файҙалыраҡ буласаҡ. Ул саҡта фатир һатҡан аҡсаның бер өлөшөн кре­дитығыҙҙы ҡапларға, ә ҡалғанын ыҡсы­мыраҡ торлаҡ һатып алыуға тотонорға мөмкин буласаҡ.

Түләүҙәрҙе кисектереп тороу

Был алымды “кредит каникулы” тип тә йөрөтәләр. Йәғни ай­лыҡ түләүҙәрҙе уртаса бер айҙан бер йылғаса кисектереп тороу мөмкинлеге. Әммә был бурысты бөтөнләй түләргә кәрәкмәй тигән­де аңлатмай. Әй­тә­йек, бер йылға кисектереү бирелә икән, һеҙ креди­тығыҙҙың проценттарын ғына түләп барасаҡһығыҙ, ә төп сумма үҙгә­реш­һеҙ ҡала. Әммә кисек­тереү ваҡыты тамамланыу менән, айлыҡ түләүҙәр ҡырҡа артасаҡ.
Ғөмүмән, бындай программа финанс ауырлыҡтарының ваҡыт­лыса булыуына ныҡлы инан­ғандарға ғына бара. Мәҫәлән, әгәр һеҙ бер нисә ай эсендә яҡшы эшкә урынлашып, кредитығыҙҙы ауырлыҡһыҙ түләрлек хеҙмәт ха­ҡы ала башлауығыҙға ышана­һығыҙ икән – рәхим итегеҙ. Ә кире осраҡта – бындай “каникул” былай ҙа ауыр хәлегеҙҙе тағы ла ҡатмарлаштырыуы ихтимал.

Әгәр һеҙҙең ипотека икән...

Эшһеҙ ҡалған заемсы, фатирын ҡур­тымға биреп, ипотека иғәнәһен аренда иҫәбенә ҡаплап бара ала. Икенсе вариант: кредитҡа алынған торлаҡты майҙаны буйынса бәләкәйерәккә алыштырып, айырмалыҡты кредит буйынса бурысты ҡаплауға тотонорға. Әгәр бындай варианттар һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәй икән, үрҙә телгә алынған программалар буйынса (бурысты кисектереп тороу, торлаҡ кредитын реструктуризациялау) дәүләт ярҙамына дәғүә итә алаһығыҙ.
Әйткәндәй, заемсы Ипотека торлаҡ кредиты биреү буйынса агентлыҡҡа йәки кредит алған банкка түбәндәге осраҡтарҙа мөрәжәғәт итә ала:
– эшһеҙ ҡалғанда йәки айлыҡ килемдең күпмелер өлөшөн юғалтҡанда;
– әгәр ипотека кредитын түләүгә йыйылған аҡса булмағанда;
– әгәр торлаҡ ипотека буйынса һатып алынһа, унда теркәлеү шарты менән;
– әгәр килем кредит буйынса айлыҡ түләү һәм ғаиләнең йәшәү минимумы күләменән аҙыраҡ булһа.
Тик был осраҡта ауыр матди хәлегеҙҙе тейешле документтар менән раҫларға тура киләсәк:
* күсемһеҙ милкегеҙ барлығы тураһында өҙөмтә;
* эшһеҙ ҡалһағыҙ, хеҙмәт кенәгәгеҙҙең күсермәһе;
* мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә алыныуығыҙ тураһында белешмә;
* хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү арҡаһында ҡыҫҡартыуға эләк­һәгеҙ, эш урынынан белешмә;
* килемегеҙ түбән икән, 2-НДФЛ фор­маһындағы белеш­мә, хеҙмәт хаҡы­ғыҙҙың кәмеүе тураһындағы бойороҡтоң өҙөм­тәһе һ.б.
Әйткәндәй, кредиторҙар даими йәшәү урыны булған заемсыларға ғына ярҙам итә. Программаға ярашлы, заемсы бурысын йыл дауамында, килеменән сығып, льготалы шарттарҙа түләй ала, һуңынан инде банк нисек хәл итә... Әлбиттә, түләүҙәр ауыр хәлдә ҡалған кешенең мөмкин­лектәренә ҡарап билдәләнәсәк. Әгәр йыл дауамында заемсының финанс хәле үҙгәрешһеҙ ҡала икән, бүлеп түләү ваҡытын оҙайтыу хәстәрен күрергә тура киләсәк. Был осраҡта заемсыға фатиры ҡуртым шарттарында ғына бирелеүе лә ихтимал. Түләй алмағанда фатирҙы юғалтыу хәүефе бар.
Ғөмүмән, банкирҙарға, бурыс­ты суд аша түләттереүгә ҡара­ғанда, проблеманы урында хәл итеү күпкә отошлораҡ. Ни тиһәң дә, судҡа мөрәжәғәт итеү өҫтәмә сығым талап итә, унан һуң, суд ҡарары менән генә бурысты тулы дәүмәлдә ҡайтарып алып бу­ласаҡ, тип берәү ҙә гарантия бирмәй. Әгәр инде банк бер нисек тә хәлегеҙгә инергә теләмәһә, ул ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, судҡа әҙерләнергә тура килер. Әйткәндәй, был осраҡта банктан бурысығыҙҙы реструк­тури­зациялауҙан баш тартыуҙары тураһында яҙма документ һорап алығыҙ. Был судта һеҙҙең мәсьә­ләне ыңғай хәл итергә тырышыуығыҙҙы дәлилләйәсәк. Шулай уҡ хеҙмәт кенәгә­геҙҙәге эшһеҙ ҡалыуығыҙ тураһындағы яҙма ла кәрәк буласаҡ. Әлбиттә, суд бурысығыҙҙы ғәмәлдән сығармаясаҡ, ә бына эшһеҙ ҡалғандан һуң һалынған штраф­тарығыҙҙан һәм пеняларҙан азат итеүе мөмкин.

Бурысығыҙ
миллиондан ашҡан? Тимәк, һеҙ – банкрот


Ишеткәнһегеҙҙер, 1 октябрҙән физик берәмектәрҙең банкрот­лығы тураһында закон үҙ көсөнә инде. Бөлгөнлөк тура­һындағы эште заемсы ла, кредитор ҙа башлай ала. Төп шарт – 500 мең һумдан ашыу бурыс һәм кредитты ваҡытында түләмәү срогының кәмендә 3 ай булыуы. Суд, бурыслының ғаризаһын ҡабул итһен өсөн, уның йөкләмәһе активтарынан күберәк булыуы шарт. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: фатирығыҙҙа телевизор һәм карауаттан башҡа бер ни ҙә юҡ, ти, ә бурысығыҙ – миллиондан ашҡан. Тимәк, һеҙ – потенциаль банкрот. Ә инде шәхси милке­геҙҙә бер нисә фатир, машина иҫәпләнһә, өҫтәүенә килемегеҙ ҙә арыу булһа, һеҙ был кате­горияға эләкмәйһегеҙ.
Әгәр бурысын ысынлап та ҡайтара алмаясағын аңлаһа, заемсы Арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Әлбиттә, үҙең менән әллә күпме белешмә алып барыу шарт (ғаилә хәле, банк иҫәбенең күсермәһе, шәхси эшҡыуар булыу-булмау тура­һында документ, бурыс күләме һ.б.). Был ҡағыҙҙарҙы юрист та йыя ала, әммә бушлай түгел. Өҫтәүенә ғариза яҙған өсөн дәүләт пошлинаһы түләүҙе, финанс идарасыһының хеҙмәте өсөн хаҡты ла күҙ уңында тотоу зарур. Ҡыҫҡаһы, барлыҡ документтар ҙа әҙер булғас, ғариза ҡабул ителә һәм ҡарар сығарыла. Әгәр заемсының даими килеме бар икән, банк алдындағы бурысы реструктуризациялана. Йәғни уның хеҙмәт хаҡының күпмелер өлөшө ай һайын банк иҫәбенә тотоп ҡалына. Күпме ваҡытҡа, ниндәй сумма – уныһын инде, заемсының түләү мөмкин­легенән сығып, суд хәл итә. Ә инде кеше банкрот тип танылһа, бурыстары “ҡап­лана”, әммә шәхси мөлкәте электрон һатыуға ҡуйыла. Ҡурҡ­мағыҙ, яланғас ҡалмая­саҡһығыҙ. Закон буйынса берҙән-бер фатирҙы, инвалид өсөн алынған машинаны, өҫ, аяҡ кейемдәрен, приздарҙы, наградаларҙы һатыу тыйыла. Әгәр инде тағы бер фа­тирығыҙ, затлы биҙәүес әйберҙә­регеҙ, көнкүреш техникағыҙ бар икән – хушлашырға тура киләсәк. Һатыуҙан килгән дөйөм сумма иһә минималь хеҙмәт хаҡының дөйөм күләменән йөҙ тапҡырҙан да артыҡ булырға тейеш түгел. Был аҡса бурысты тулы­һынса ҡапламай икән, заемсы барыбер ҙә “ҡалдығын” түләргә тейеш булмаясаҡ. Әммә был алдау-йолдау юлы менән милкеңде икенсе берәү исеменә күсереп, үҙеңде бер нәмәһеҙ итеп күрһә­теп буласаҡ тигәнде аңлатмай. Һәр осраҡ буйынса финанс идарасылары эшләйәсәк, тип иҫкәртә белгестәр.
Әйткәндәй, кредит юллағанда уҡ клиент даими эш урынын страховкалау програм­маһынан фай­ҙа­лана ала. Килешеүгә ярашлы, заемсы эшһеҙ ҡалған осраҡта тейешле документтар менән (эш­тән ебәреү тура­һындағы бойо­роҡтан өҙөмтә, хеҙмәт кенәгә­һенең күсермәһе һ.б.) страховкалау компанияһына мөрә­жәғәт итә һәм артабан түләүҙәрҙе улар башҡара. Страховкалау срогы кредиттың срогына тиң. Әлбиттә, ҡайһы бер компаниялар түләү­ҙәрҙең күләмен, ҡайҙалыр срогын кәметеп маташа, шуға ла уяу булығыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, страховка суммаһы айлыҡ түләүҙе ҡапларға тейеш. Ул арала тыныс ҡына үҙегеҙгә яңы эш урыны эҙләй алаһығыҙ. Иң мөһиме: штраф, пеня һалынмай, креди­тығыҙҙы түләгеҙ, тип шылтыратыусы юҡ.
Ғөмүмән, бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымау хәйерле. Һәр мәсьәләлә сама белеү шарт. Аҡса менән эш иткәндә айырыуса. Кредит алып байып киткән кешене белмәйбеҙ әле...




Теманы дауам итеп...

Һуңғы ваҡытта коллекторҙарҙың эшмәкәрлегенә ҡарата дәғүәләр артты. Дәүләт Думаһында уларҙың эшен көйләү буйынса закон проекттары ла әҙерләнә. Ул арала Ҡырмыҫҡалы район-ара суды 26 йәшлек Ә. Шәрифул­линға ҡарата хөкөм ҡарарын раҫланы. Быға тиклем мировой судья, уны башбаштаҡлыҡта (РФ Енәйәт кодек­сының 330-сы статьяһындағы 1-се бүлек) ғәйепләп, йыл ярымға хоҡуҡ төҙәтеү колонияһына ебәрергә һәм хеҙмәт хаҡының 5 процентын дәүләт файҙаһына тотоп ҡалырға тигән хөкөм ҡарары сығарғайны. Шәрифуллин был ҡарар менән килешмәй, апелляция судына ғариза яҙған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр августа ул, “Бурыстар йыйыу буйынса агентлыҡ” йәмғиәте хеҙмәткәре булараҡ, Шайморатов ауылынан 56 йәшлек ҡатынға кесе улының “Русский стандарт” йәмғиәте банкына 27 мең һум бурысы булыуы тураһында белдергән. Бурыслы егеттең оҙаҡ ваҡыт ауылда йәшәмәүен белеп, ул әсәһенән законһыҙ рәүештә улының кредитын түләүен талап иткән һәм һыйырын уға үҙ теләге менән тапшырыуы тураһында ҡағыҙ яҙырға ҡушҡан. Һөҙөмтәлә 40 мең һум торған малды йөк машинаһына тейәп, бил­дәһеҙ яҡҡа алып киткән. Апелляция ялыуында Ә. Шәрифуллин үҙен аҡлауҙарын һораған, йәнәһе, ул бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылмаған. Ләкин суд уның дәлилдәрен кире ҡаҡты һәм хөкөм ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы. Хәҙер суд ҡарары буйынса уға ҡаза күреүсегә матди зыян өсөн компенсация һәм адвокат хеҙмәте өсөн 44 мең һум түләргә тура киләсәк.


Вернуться назад