1937 йылда тыуғанмын. Йәш ярым ғына сағымда әсәйем үлеп ҡалған, уның ҡәберен дә белмәйем. Шунан атайым яңынан өйләнгән. Ул һуғыштың беренсе көндәрендә үк яуға киткәс, үгәй әсәй менән тороп ҡалғанмын. Ул саҡтар төштә күргән һымаҡ ҡына хәтерҙә. Урамда машинаны балалар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр һырып алған, илаш-һыҡташ, һаубуллашыу... Атайымдың тәҙрә төбөнә баҫтырып: “Ҡыҙым, Ҡоръятмаҫ тауын күрәһеңме? Шул тауҙан машинаға ултырып өйгә ҡайтырмын! Көт! — тип арҡамдан тупылдатып һөйгәне хәтеремдә. — Һиңә матур күлдәк, ботинка алып ҡайтырмын, тағы ла матурыраҡ бейерһең”.
Әллә нисә йылдар буйы тауҙа машина күрһәм, атайым ҡайтмаҫмы тип, урамға сыҡтым. Берәй һалдат күренһә, “Һин минең атайым түгелме?” тип тубыҡтарынан ҡосаҡлап, күҙҙәренә мөлдөрәп ҡараным. Тик атайым һуғыштан ҡайтманы. 1943 йылда разведкаға киткән, шунан кире әйләнмәгән... Ә мин өләсәйгә: “Ниңә атайым һаман ҡайтмай?” — тип теңкәһенә тейәм. “Көтәйек, ҡыҙым, көтәйек, ҡайтыр атайың”, — тип ул яулыҡ осо менән күҙ йәшен һөртөр ине. Өмөт иткәндер инде.
Күптәр бит үлем хәбәре килеп тә иҫән-һау ҡайтҡан. Атайымдың “ҡара ҡағыҙ”ын минән йәшереүҙәрен йылдар үткәс кенә аңланым. Өләсәйем дүрт улын һуғышҡа оҙатҡан, тик бер Фәтхуллаһы ғына 1946 йылда ҡайтып төшкән. Был һуғыш күпме баланы, әсәй-өләсәйҙәрҙе етем итте.
Мине үгәй әсәй 1946 йылда балалар йортона алып барҙы. Ул саҡта минең һымаҡ етемдәр күп ине унда. Аяҡ-ҡулдары ептәй нәҙек, ас, кейемһеҙ балалар. Малайҙарҙың да, ҡыҙҙарҙың да сәстәрен алалар, сөнки бет яфалай. Ҡара мунсаға барһаҡ, тәрбиәсе апай өҫтәге күлдәгебеҙҙе мейес ташына уңлы-һуллы һуғып, беттәрҙе үлтерә.
Ризыҡ ул йылдарҙа бик наҡыҫ булды. Яҙ еткәс, мал менән бергә беҙ ҙә урманға, яландарға сығабыҙ. Күренер-күренмәҫ йыуа, ҡуҙғалаҡ ашап, үҙебеҙ менән дә йыйып алып ҡайта инек, шул үләндәрҙән беҙгә аш бешерәләр, араһына берәй ус борсаҡ та өҫтәйҙәр. Йыл әйләнәһенә бер кейемдә йөрөнөк.
Әсәй-атай ҡосағында наҙланып, иркәләнеп үҫергә яҙманы беҙгә. Әммә балалар йортонда, арҡабыҙҙан һөйөп тормаһалар ҙа, бер кем дә йәберләмәне. Ятаҡтар һыуыҡ, койка урынына ағастан урындыҡтар эшләгәндәр, һалам матрас, һалам яҫтыҡ. Бер заман ҡайҙандыр тикшереү менән апай-ағайҙар килгәйне. Беҙҙең өтәләнеп бөткән ҡиәфәтте күреп: “Был бахырҡайҙарҙы тауыҡ тиһәң — йөнө юҡ, әҙәм тиһәң — һыны юҡ”, – тип аптырап ҡарап тороуҙарын хәтерләйем.
Беҙҙе 1949 йылда Асҡарға күсерҙеләр, шунан әҙерәк ризыҡҡа туйып ҡалдыҡ, өҫтөбөҙгә лә арыуыраҡ кейем бирҙеләр. Башҡорт, урыҫ, татар балалары күп ине. Шау-гөр килеп йәшәнек. Асҡарҙа аҡ ҡайындар араһында ҡайын һутын эсеп, аунап-тәгәрәп үҫтек.
Күп итеп сәскә үҫтерә инек. Ҙур ятаҡтағы бүлмәлә 15-20 ҡыҙ бергә йәшәнек. Өҫтәлдә ике шәм, уның яҡтыһында дәрес әҙерләйбеҙ. Бөтә ауыл халҡын йыйып, бәләкәй генә клубта концерт ҡуя инек.
“Гөл араһы, гөл араһы,
Гөлдә – кәкүк балаһы.
Үҫкән ерем гөл араһы,
Үҙем детдом балаһы”, —
тип йыр ҙа сығарғайныҡ. Директорыбыҙ Сөләймән ағай Кейекбаев һәр балаға иғтибарлы ине, беҙҙе йәберләгәнен хәтерләмәйем.
Заман ауырлыҡтарына ҡарамай, тырышып-тырмашып үҫеп еттек. Аллаға шөкөр, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерҙек. Имен, мул тормошта йәшәнек. Әле лә көнкүрешебеҙ зарланырлыҡ түгел, шөкөр.