“Аҡ ҡауырһын” ҡанат ҡуйҙы17.02.2016
“Аҡ ҡауырһын”  ҡанат ҡуйҙы Иркутск өлкәһендә булғанымда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы исеменә хат менән бер шәлкем шиғыр яҙып ебәргәйнем. Уны архивҡа һалғандар. Бәхетемә күрә, яҙмамды “Ағиҙел” журналының әҙәбиәт бүлегендә эшләгән шағир Сафуан Әлибай табып алып, баҫтырып сығарҙы. Бына ошо рәүешле изге күңелле, алсаҡ йөҙлө ағай менән хатлашып, танышып киттек беҙ.
1990 йылдарҙа башланды беҙҙең танышыу. Ул мине ҡурайсы тип уйлап, комплекты менән өс ағас ҡурай һатып алып, нисегерәк ебәрәйем икән, тип борсолоп йөрөгәйне заманында.
Сафуан Әлибай исеменә шиғыр тулы бер ҡалын дәфтәр ебәрҙем. Шағирә Тамара Ғәниева менән икәүләп ошо шиғырҙарҙы тикшереп, “Аҡ ҡауырһын” исемле китапҡа индерҙеләр. Ул саҡта мин яртылаш иреккә – колоние-поселениеға сыҡ­ҡай­ным. 1995 йылда тәүге китабымды ҡулыма алыу минең өсөн бик ҙур ҡыуаныс булды.
Сафуан ағай “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләгән абруйлы ағай-апайҙар менән бергәләп Мәскәүгә “мөҙҙәтем”де кәметеүҙе һорап “прошение о помиловании” яҙып ебәргәндәр. Өс йылға алда­ныраҡ иреккә сығарыуға өлгәште улар мине.
Аҙаҡ мин ғаилә ҡороп, Өргөн ауылында йәшәй башлағас, Сафуан ағай шағир Әхмәҙин Әфтәх менән ике-өс тапҡыр Учалы районына килеп, БДУ-ның Учалы филиалы студенттары, Өргөн ауылы мәктәбе уҡыусылары менән бик матур, иҫтәлекле осрашыу үткәрҙе. Был осрашыуҙар яҙмы­шымдың бер ҡыуанысы, шатлыҡлы миҙгелдәре булды.
Ошо изге күңелле кешеләр ярҙамында иреккә сыҡҡас та, миңә ышанып ярҙам ҡулын һуҙған ағай-апайҙарҙы һынатмайым тип, тырышып-тырмашып донъя көтөүем, ижад итеүем яҡты башланғыстың дауамылыр, тип уйлайым. Миңә ярҙам иткән кешеләрҙең күптәре инде был яҡты донъяла юҡ. Ләкин күңелемдә уларға ҡарата булған ихтирамым, рәхмәтем, изге тойғоларым һаман да йәшәй. Ошо кешелекле, ижади шәхестәр алдында һәр саҡ баш эйәм.




Вернуться назад