Ер яҡшы орлоҡ һорай17.02.2016
Ҡаты бойҙайҙы көндөҙгө һауа температураһы юғары булған, яуын-төшөмһөҙ, ҡоролоҡло төбәктә үҫтерәләр, сөнки был культураның юғары сифатын тәьмин итә. Бындай тәбиғәт-климат шарттары Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында күҙәтелә. Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Йылайыр райондары хужалыҡтары шуға ла бойҙайҙың ҡаты сорттарын үҫтереү менән шөғөлләнә.

Был төбәктә ҡаты бойҙайҙы төп етештереүселәрҙең береһе – Әмир Шәйәхмәтовтың крәҫтиән (фермер) хужалығы. Ул Хәйбулла районының Һамар ауылында 2006 йылда ойошторолған.
Етәксеһе Әмир Сабирйән улы аграр өлкәлә 30 йылдан ашыу эшләй, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Эшен башлар алдынан уҡ ул яҙғы культуралар – бойҙай, арпаның үҙенсәлекле һәм уңдырышлы орлоғон етеш­тереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бынан тыш, тауар игенен баҙарға сы­ғарыу йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарыла, шулай ҙа төп баҫым ҡаты бойҙай үҫтереүгә яһала.
Башланғыс этапта фермер хужалығын туранан-тура орлоҡ етештереүгә күсереү өсөн ер майҙанын, атап әйткәндә, һө­рөнтө ерҙәрҙе киңәйтеү бурысы ҡуйыла. 300 гектарҙа эш баш­лаған Әмир Сабирйән улы әк­ренләп ауыл хужалығы культуралары, шул иҫәптән ҡаты бойҙай сәсеүлеген ике мең гектарға еткерә. Киләсәктә хужалыҡ игенселек системаһын тулыһынса яйға һалырға ниәтләй. Был ра­йондағы ауыл хужалығы етеш­тереүселәрен генә түгел, шулай уҡ Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондары хужалыҡ­тарын сифатлы орлоҡ менән тәьмин итеү, уны республиканан ситкә лә сығарыу мөмкинлеген бирәсәк.
2015 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Әмир Шәйәхмәтов 300 тонна самаһы юғары сифатлы орлоҡ һатҡан. Һуңғы өс-дүрт йылда ғына район хужалыҡтарын 100 мең тоннанан ашыу яҡшы орлоҡ менән тәьмин иткән.
Әйтергә кәрәк: бөтә технологик етештереү процесы – сәсеүҙән, үҫентеләрҙе хәстәрләүҙән алып ураҡҡа тиклем, фермер хужа­лығының үҙ көсө менән тормошҡа ашырыла. Әле бында Әмир Са­бирйән улының 15 ауылдашы эшләй. Бурыс ваҡытында һәм сифатлы итеп үтәлә. Һөҙөмтәлә былтырғы ҡатмарлы һауа шарттарында ла фермер хужалы­ғында ҡаты бойҙай уңышы гектарынан 13,1 центнер тәшкил иткән. Ә район буйынса был күрһәткес уртаса 10 центнер булған. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәргә ярашлы, ҡаты бойҙайҙың уңышы, ошондай уҡ йомшаҡ культура менән сағыш­тырғанда, 20-30 процентҡа түбәнерәк.
Йүнәлеште үҫтереүҙә орлоҡто эшкәртеү, һаҡлау, сеймалды сәсеүгә әҙерләү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Әле фермер хужалығы орлоҡ таҙартыу буйын­са заманса комплексты сафҡа индерергә ниәтләй. Был ҡоролма етештереүҙе арттырыуға булыш­лыҡ итәсәк. Фермер хужалығы иген һәм башҡа баҫыу культура­ларының юғары сифатлы, үҙенсәлекле һәм репродукциялы орлоҡтарын етештереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Иген культураһы ҡала, әммә сорттар үҙгәрә, әүәлге ресурс­тарға биологик, сифат һәм башҡа үҙенсәлектәре буйынса яңырағы алмашҡа килә. Орлоҡсолоҡ сис­темаһында был – бик мөһим стратегик йүнәлеш. Тауар етеш­тереүселәр өсөн әүәлгеһенән яҡшыраҡ сортты кем беренсе булып ғәмәлгә индерә, шул баҙарҙа ла ота.






Вернуться назад