“Яратам”, — тип әйтә алмайһың икән, мәрхәмәтле бул07.03.2012
Мин Аллаһы Тәғәләнән өйҙәребеҙҙе мөхәббәт һәм мәрхәмәт менән нурландырыуын үтенәм. Ошо үтенесемә бәйләп, тағы бер нәмә тураһында өҫтәп әйткем килә. Әгәр ҙә ҡатының һөйөүеңде, яҡшы мөғәмәләңде, күркәм әҙәбеңде, холҡоңдоң яҡшылығын тойоп йәшәһә, һәр саҡ һинең менән буласаҡ һәм һин кисергән бөтөн ауырлыҡты бергә кисерәсәк. Һөйөү, йылы мөнәсәбәт һәм һәйбәт мөғәмәлә...
Мин элек тә һорағаным бар ине, әле лә һорайым: “Ҡатыныңа һуңғы тапҡыр ҡасан “Мөхәббәтем минең!” тип өндәштең?” “Ул һүҙҙе туйға тиклем әйткәйнем”, — тигәнеңде ишетермен, моғайын. Ләкин туйҙан һуң ҡабатларға онотҡанһың.
Элек былай тип шаяртҡаным да бар ине. Әгәр ҙә ир ҡатынына шылтыратып: “Әс-сәләмү-ғәләйкүм, һин ни хәлдә, мөхәббәтем минең?” — тиһә, ҡатыны ышанмаясаҡ. Шунан ҡабаттан иренә шылтыратып: “Әйт, нимә булды, берәй эш боҙманыңмы, йәшереп кенә икенсегә өйләнеп ятмайһыңмы?” — тип һораясаҡ әле. Хәләл ефете иренең: “Һөйөклөм минең”, — тигәненә ышанмаясаҡ, сөнки ул был һүҙҙе ишетергә ғәҙәтләнмәгән. Кемдер берәү: “Мин ҡатынға наҙлы һүҙҙәрҙе әйтергә ҡыймайым”, — тиер. Әгәр уларҙы әйтә алмайһың икән, хәләл ефетеңә мәрхәмәтле бул һәм яҡшы мөнәсәбәт күрһәтергә тырыш. Шәфҡәтле, хәстәрлекле мөғәмәләңдән яратыуыңды тойһон. Ишетергә теләгән, яратҡан һүҙҙәрен әйт. Уға малыңды сарыф ит һәм йомарт бул. Һаранланма. Шул саҡта ҡатыныңдың йөрәге һиңә мөхәббәт менән тулышыр, бөтөн ҡыйынлыҡтарҙы һинең менән бергә үткәрәсәк һәм ярҙам итәсәк.
Ф. ФӘТИХОВА әҙерләне.


Вернуться назад