Кинйә улдың урыны – атай-әсәй янында17.02.2016
Кинйә улдың урыны –  атай-әсәй янында Һуңғы йылдарҙа ауылда төпләнеп ҡалған йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса төрлө программалар ҡабул ителеп тора. Улар араһында “Ауылды үҫтереү”, “Ишле ғаиләләргә торлаҡ сертификаты” кеүектәре киң таралған. Мәҫәлән, Буранбай ауылында йәшәгән Мансура менән Фәнил Ғәйетбаевтар ошо программаға ярашлы 1 миллион 200 мең һум аҡсалата ярҙам алған.


Программаға эләгеү өсөн йәш­тәрҙең төҙөлә башлаған йортоноң булыуы (30 процентҡа тиклем һалыныуы мөһим) һәм кәмендә өс бала тәрбиәләүе ҙур йоғонто яһай. Иш янына ҡуш булып, Әсәлек капиталы ла кереп китә.
2001 йылда өйләнешкәс, Ғә­йетбаевтар атай нигеҙендә йә­шәй. Балалары бер аҙ үҫә төшкәс, үҙҙәренә йорт һалыу тураһында уйлана башлайҙар. Ауылдың яңы барлыҡҡа килгән Йәштәр урамынан ер биләмәһе бүленгәс, Фәнил Мәтдин улы хыялындағы өйҙө төҙөй.
– Ғаиләлә һигеҙ баланың иң кинйәһе булғас, бер ваҡытта ла ауылдан ситкә китеү тураһында уйламаным. Кәләшем дә ошо ауыл­дыҡы. Дәүләт хәстәре, Әсәлек капиталы бик уңайлы булды. Бындай йорт хаҡында малай саҡтан уҡ хыяллана инем. Тырыша торғас, булдырҙыҡ! Шы­ғырҙап торған ҡарағайҙан һа­лынған өйөбөҙҙә имен-һау йә­шәргә яҙһын, – тип шатлығы менән уртаҡлашты ғаилә башлығы.
Заман талаптарына яуап бир­гән бүлмәләр за­уыҡ менән йыһазландырылған. Балаларҙың һәр береһенең үҙ бүлмәһе бар, уларҙың күңеленә ятҡан төҫ һайланған, иҙәндәргә йомшаҡ келәмдәр түшәлгән.
Бөгөн ауылда йәшәгән тырыш­тарҙың йорто ҡалалағы шарт­тарҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай: эстә – бар уңайлыҡтар, йылылыҡ һәм һыу селтәре һуҙыл­ған – бына тигән батша һарайы!
Өлкән улдары Иҙел – етен­се­лә, Дилбәр алтынсыла уҡый, кес­кәй Гөлдәриә әлегә балалар баҡ­саһына йөрөй. Ғаилә башлығы Ленин исемендәге ауыл хужа­лы­ғының “Буранбай” фермаһында механизатор булып эшләй, ху­жа­бикә – урындағы магазинда һатыусы. Ошондай ҙур йортта күп баланың тауышы яңғырап торорға, яңы өйҙә сәңгелдәк эленергә тейештер тигән һора­уы­быҙға йәштәр, бер-береһенә серле ҡарашып: “Уйларбыҙ ул турала”, – тип яуапланы.
Ғәйетбаевтар күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Хужабикә сәскә үҫтерергә ярата, яҙ етһә, йәшел­сәселек менән булыша. Заман ауырлыҡтарына һылтанмай, бә­хеттәрен тыуған төйәгендә тапҡан йәштәргә ҡарап һоҡланмау мөм­кин түгел.
– Ауылда ла теттереп донъя көтөргә була. Йәй етһә, күмәк­ләшеп тәбиғәт ҡосағына сығырға яратабыҙ, республиканың төрлө ерҙәренә сәйәхәт итәбеҙ. Балалар бейеү, йыр түңәрәгенә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә. Типһә тимер өҙөрлөк егеттәрҙең, ауылда эш юҡ тип һылтау итеүҙәренә аптырайым. Улар минең иремдән өлгө алһындар. Эшенә лә өлгөрә, өйөн дә төҙөй, – тип йылмайҙы Мансура Дамир ҡыҙы.
Әйткәндәй, Фәнил Мәтдин улына ауылдаштары оло ышаныс күрһәтеп, ауыл Советы депутаты итеп һайлаған. Күптәргә өлгө булырлыҡ, үҙҙәренән йәшлек дәрте урғылып торған Ғәйетбаев­тарҙың яңы йортоноң нигеҙе ырыҫлы, донъялары ҡотло, балалары һау-сәләмәт булһын!





Вернуться назад