Күркәм тарихтың матур дауамы17.02.2016
“Ул заводты беҙ төҙөгәйнек”, “ошо бинаның тәҙрәләрен буяған инек” тигәнерәк һүҙҙәрҙе төҙөүселәрҙең түгел, әле уҡытыусы, табип, ашнаҡсы йә булмаһа бөтөнләй йорт-йыһаз етештереү өлкәһенә ҡарамаған һөнәр эйәһенең ауыҙынан ишетеү сәйер кеүек. Әммә был – ысынбарлыҡ. Әлбиттә, һүҙ – студент отрядтары хаҡында.

Ил Президенты Владимир Путиндың 2015 йылдың 21 февралендә сығарған Указына ярашлы, 17 февраль Рәсәй студент отрядтары көнө сифатында яңы дәүләт байрамы итеп билдәләнде. Быйыл иһә ул беренсе тапҡыр ил кимәлендә үткәрелә.
Республикалағы төп байрам саралары Өфө ҡалаһында уҙа. Кисә йәштәр һәм хәрәкәт ветерандары В. Ленин исемендәге паркта үткән Ҡышҡы спартакиадала саңғы уҙышында, эстафетала, башҡа спорт уйындарында көс һынашһа, бөгөн студенттар өсөн Башҡорт дәүләт университетында “Вакансиялар йәрминкәһе” ойошторола. Шулай уҡ БДУ-ла “Рәсәй студент отрядтары” ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһенең презентацияһы үтәсәк. Сара флешмоб менән тамамланасаҡ.


Вернуться назад