О, синема!17.02.2016
Бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайында Өфөлә Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһы уҙа. Баш ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, сара кино тарихына театрлаштырылған экскурс рәүешендә үткәрелә.

Программаның бер өлөшө башҡорт кинематографына, республикалағы билдәле актерҙар һәм режиссерҙар менән аралашыуға арнала. Тантанаға Мәскәү һәм Һиндостан режиссерҙары, “Ҡул ҡыҫышыу” II халыҡ-ара кинофорумында ҡатнашыусылар саҡырылды.
Мәҙәниәт һарайы фойеһында заманса кино ҡорамалдары, боронғо Өфө кинохроникаһы менән танышырға мөмкин. Был көндө республика Милли музейындағы “Кино тарихы” күргәҙмәһе ваҡытлыса мәҙәниәт һарайына күсәсәк.

***
Уҙған ял көндәрендә Туймазы районының Собханғол ауылындағы мәҙәниәт йортонда “Иллюзион” кино музейы асылды.

Әүәлге кино будкаһында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы агросәнәғәт колледжы ирекмәндәре ремонт яһаны. Бында “Школьник”, “Украина” киноаппараттарын, кодоскоп, эпидиаскоп, фильмоскоп, диапроекторҙар, кинотаҫмалар, диафильмдарҙы, уҙған быуаттың 80-се йылдар киномеханикаһының эш документтарын, башҡа материалдарҙы күрергә мөмкин.
Музей асыу тантанаһында район хакимиәте вәкилдәре, депутаттар, предприятиелар етәкселәре, уҡыусылар ҡатнашты. Артабан саралар мәҙәниәт йортоноң тамаша залында дауам итте. Бында ҡунаҡтар өсөн ҡыҫҡа метражлы фильмдар күрһәтелде.


Вернуться назад