Маяҡ итеп ғорур Аҡбейекте16.02.2016
Маяҡ итеп ғорур Аҡбейекте Юлға сығыр алдынан көн боҙолоп китте. “Бөрйәндә нисек? – тип ҡыҙыҡһынып шылтыраттыҡ Әбделмәмбәттән Инсур Үтәбаевҡа. – Буран булһа, һеҙгә бармай торайыҡмы икән?” Бындай һорау аптыратты шикелле ир-уҙаманды. “Ә ниндәй булырға тейеш һуң февраль? – тине ғәжәпләнгәндәй. – Ҡыштың йәме шул буранда инде! Күҙ асҡыһыҙ ыжғыр елдәрҙе еңеп, алға барыу үҙе бер кинәнес түгелме ни?”

Күмәкләп – стартҡа!

Эйе, тәбиғәттең дә, тормоштоң да бурандарына бирешмәҫ халыҡ йәшәй бында. Ҡыпсаҡ нәҫелдәре. Ғорур, сәмсел, тәүәккәл, ныҡыш­мал, үҙ һүҙле, бер аҙ ҡырыҫ, шул уҡ ваҡытта үтә ябай... Ынтылыш үрҙәре – юғарылыҡ. Ҡоймалары бейек, заманса булһа ла, уның артына йәшеренеп, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй әбдел­мәмбәттәр. Уңыш-ҡаҙаныштарын, изге маҡсаттарын уртаға өйөп, төйәген үҫтереүгә йүнәлтә улар.
Ауылдың һис ҡасан тын торға­ны юҡ. Халыҡты сәләмәт­ләнде­реүгә йүнәлтелгән үҙ программалары буйынса йыл дауамында әүҙем эш алып барыла. Әле айырыуса ҡыҙыу мәл – округтар ара­һында Ҡышҡы олимпия уйындары бара. Сара ауыл Советы хаки­миәте, мәктәп, йәмәғәт ойошмалары тарафынан инде дүртенсе йыл ойошторола икән. Үҙ округының данын яҡларға йәше лә, ҡарты ла ең һыҙғанып сыға.
Маяҡ итеп ғорур АҡбейектеҺәр урамдағы бағаналарға олимпия уйындарының көндәлеге яҙып эленгән. Саңғы, коньки, волейбол, хоккей, фитнес, ғаилә ярыштары... Уларға әҙерләнеү көндәре лә билдәләнгән. Быға ҡәҙәр тотош ауыл халҡы саңғыла, конькиҙа уҙышһа, хәҙер сират – волейболға. Уға әҙерлек ҡыҙыу бара: ир-ат, ҡатын-ҡыҙ, уҡыусылар, өлкәндәр командалары бер-бер артлы мәктәптең спорт залында тренировка үтә.
– Эштән ҡайтабыҙ ҙа, өйҙәге мәшәҡәттәрҙе тиҙ генә йырып сығып, күнекмәләргә ашығабыҙ, – ти ауылдың фельдшеры, ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе етәксеһе Гүзәл Боҫҡонова. – Күпселек ғаилә шулай йәшәй. Өйҙә тормай­быҙ. Мәҫәлән, беҙҙең биш йәшлек өсөнсө балабыҙ ҙа башҡалар ыңғайына конькиға баҫты.
Гүзәл Фәтих ҡыҙы үҙе ике йыл элек фитнес клубы асҡан.
– Һуңғы йылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункты юлын тапаусылар күбәйә төшкәс, уйға ҡал­дым, – ти ул. – Ниҙер эшләргә кә­рәк ине. Фитнес клубы асһам, нисек булыр? Спорттың был төрө буйынса күпмелер тәжрибәм дә бар. Ошо фекергә туҡталып, Интернеттан фитнестың үҙенсә­лектәрен ныҡлап өйрәнә башланым. Кемгәлер умыртҡа һөйәген турайтырға кәрәк, икенсегә – бәпәй тапҡандан һуң формаға инергә, өсөнсөгә – ябығырға... Һәр кем өсөн күнекмә алымдарын билдәләнем. Унан ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе ағзалары менән кәңәшләшеп, күнекмәләр үткәреү өсөн мәктәптең спорт залын һораныҡ. Уҡыу йорто етәкселеге ҡаршы килмәне.
Фельдшер әйтеүенсә, фитнес клубында уҡыусылар ҙа, йәш килендәр ҙә, хаҡлы ялдағы инәй-бабайҙар ҙа ихлас шөғөлләнә. Ниндәйҙер сәбәп табып, йә килергә йыбанып, дәрес ҡалдырып йөрөмәйҙәр. Эш башлағанда түңәрәккә аҙнаһына бер көн бүленһә, хәҙер – ике. Ни өсөн тигәндә, сәләмәтлеген нығытырға теләгәндәр артҡандан-арта. “Шул ерем ауырта, уныһы һыҙлай”, тип медпункт юлын тапағандар кәмеп ҡалған. Спортсы өлкәндәр йүгереп йөрөй, бәләкәй балалы йәш ҡатындарҙың йөҙөндә нур балҡый. Тимәк, уларҙың өйөндә лә барыһы ла яҡшы.
– Күп ауырыуҙарҙың нигеҙе – хәрәкәт етмәүҙә, – ти Гүзәл Фәтих ҡыҙы. – Халыҡҡа шуны аныҡ өлгө аша төшөндөрөргә кәрәк. Өҫтәүенә спорт йәштәргә дөрөҫ юл күрһәтеү, уларҙы заман сирҙәренән йолоп алып ҡалыу йәһәтенән дә отошло. Беҙҙекеләр кискеһен аҙып-туҙып йөрөмәй, ә хәлдән тайғансы туп, сәкән һуға.
Ғөмүмән, сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән саралар арҡаһында әбделмәмбәттәрҙең буш ваҡыты юҡ тиерлек. Бәғзеләрҙең әйтеүен­сә, хатта телевизорҙа барған сериалдарҙы, үҙәк каналдарҙағы шоуҙарҙы ҡарамай башлағандар. “Бөтөнләй ситтәрҙең проблемаһы менән йәшәгәнсе, үҙең хаҡында уйларға кәрәк”, – тиҙәр.

Уҡытыусы, рәссам, фотограф...

Маяҡ итеп ғорур АҡбейектеОшо барлыҡ саралар мәктәп­тең спорт залында һәм хоккей ҡабында үтә. Тимәк, уҡыу йорто ғилем биреү генә түгел, рухи һәм физик сәләмәтлек үҙәгенә лә әйләнгән. Бында физкультура дәресен алып барған Зиннур Боҫҡоновты хатта республикала белмәгән кеше һирәктер. Уҡыусыларының ҡаҙаныштары менән, шулай уҡ оҫта фотограф, рәссам булараҡ киң билдәле ул.
Мәктәптең спорт залы ҡалалағы уҡыу йорттарыныҡынан һис тә кәм түгел. Хатта байыраҡ­тыр ҙа. Мәғариф учреждениеһы ике йыл элек спортты һәм физик культураны үҫтереү буйынса Рәсәйҙәге иң яҡшы ауыл мәктәптәренең береһе булып танылған. Һөҙөмтәлә матди-техник хәлде нығытыу мөмкинлеге асылған. Спорт ҡорамалдарының ниндәйе генә юҡ!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зиннур Боҫ­ҡоновтың үҙе менән осрашып һөйләшеү насип булманы: уҡыу­сы­лар командаһын саңғы буйынса зона ярышына алып киткәйне ул. Шулай ҙа педагогтар беҙҙе мәғ­лүмәтһеҙ ҡалдырманы: хеҙ­мәт­тәшен маҡтап бөтә алманылар.
– Бөгөнгө ҡаҙаныштарыбыҙҙа уҡыу йорто етәкселеге менән бер рәттән Зиннур Ғүмәр улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ, – тине уҡытыусы Миңнур Ҡасимова. – Уның ныҡышмаллығы, тырыш­лығы, бихисап секцияларҙы даими үткәреүе арҡаһында беҙҙең балалар хоккей, саңғы, гер күтәреү, полиатлон, гимнастика һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Өлкәндәр менән дә ныҡлы эш алып бара Зиннур Ғүмәр улы. Тотош ауыл халҡын сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән программаның уңышлы тормошҡа ашырылыуында, ир-егеттәрҙең айырым хоккей лигаһы булыуында хеҙ­мәттәшебеҙҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Зиннур Ғүмәр улының ифрат талапсанлығын да билдәләне педагогтар. Уның дәрестәрендә төп талап – тәртип. Ҡайһы бер мәктәп­тәрҙән айырмалы, физкультураға спорт кейемһеҙ йөрөгән кеше юҡ. Ҡыҙҙар биҙәүестәр тағып йә сәсен йыймайынса килмәй. Команда ағзалары араһында аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуйылмай. Улар дуҫ, татыу, һәр осраҡта ла бер-береһенә терәк-таяныс булырға тейеш. Ярышта саҡта ла тәртип боҙоп, бүленешеп йөрөүселәр, еңел-елпелек юҡ.
Педагог рәссамлыҡ һәләтен дә мәктәп, ауыл мәнфәғәтендә ихлас ҡуллана. Мәҫәлән, уҡыу йортоноң ишеге алдында уның оҫталығы менән күҙгә-күҙ осрашҡандай булаһың: боҙҙан яһалған төрлө һындарға һоҡланып туймаҫлыҡ! Зиннур Ғүмәр улы был матурлыҡты үҙе генә тыуҙырмай, ә балаларҙы ла эшкә өйрәтә, уларҙың күңелендә сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй.
Оҫтаның фотоһүрәттәре иһә райондаштарына ғына түгел, тотош республика халҡына тиерлек таныш. Тыуған еренең матурлыҡ серен, яҡташтарының күңел төпкөлөндәге хистәрҙе тәрән тойған Боҫҡоновтың эштәрен башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел. Ошо үҙенсәлекле хеҙмәте аша ла Бөрйәндең данын арттырыуға, әҙәм балаларының күңелендә тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә педагог. Туҡтап, уйланып алырға мәжбүр итә.

Бөрйән данын
арттырыр
“Тимербатыр”


Маяҡ итеп ғорур АҡбейектеӘбделмәмбәт мәктәбе көнө-төнө гөрләп тора. Спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш, башҡа яҡтан һәләттәрҙе үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә бында. Шөғөл­дәрҙең иң ылыҡтырғысы, за­мансаһы, моғайын, робот техни­каһы серҙәрен үҙләш­тереүҙер. 2012 йылда булдырылған был студияға мәктәп директоры Инсур Үтәбаев етәкселек итә. “Ҡыҙыҡлы робот техникаһы” һәм “Буласаҡ инженерҙар” тип исемләнгән түңәрәктәрҙә 30-ҙан ашыу бала шөғөлләнә.
– Студия “Тимербатыр” тип атала, – ти Инсур Рәмил улы. – Башҡортса исемде яҙып, өҫтәүенә Салауат Юлаевтың һүрәтен ҡуйып, балаларға футболкалар ҙа тектерҙек. Был кейем, әлбиттә, робот техникаһы буйынса ҙур ярыштарға миллилек өҫтәп ебәрә.
Ә конкурстарға, фестивалдәргә күп йөрөйбөҙ. Тәүҙәрәк беҙгә көлөмһөрәп ҡараған кеүек инеләр. Йәнәһе, төпкөлдә ятҡан Бөрйән­дән килеп, ни ҡылмаҡ була былар? Ләкин үҙ көсөбөҙҙө күрһәтә башлағас, мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрҙе. Был, һис шикһеҙ, беҙҙең балалар өсөн дә ҙур тормош һынауы булды. Үҙеңдең барлы­ғыңды белдергең килә икән – тырыш, ныҡышмал бул! Хеҙмәт, туҡтауһыҙ үҫешкә ынтылыу һәр заманда ла тормоштоң төп нигеҙе һаналған.
– Бөгөнгө мәктәп коллективы балаға белем биреү менән бергә уны тормошҡа әҙерләү йәһәтенән аныҡ эш алып барырға тейеш, – ти Инсур Рәмил улы. – Шуға беҙҙә түңәрәктәр күп. “Тимербатыр” студияһын да балаларыбыҙ киләсәктә ҙур ихтыяж менән файҙаланыласаҡ һөнәргә эйә булһын, тормошта юғалып ҡалмаһын тигән маҡсатҡа ярашлы ойошторҙоҡ. Илебеҙ инженерҙарға мохтажлыҡ кисерә икән, уларҙы үҫтереү бурысынан ауыл мәктәптәре лә ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Балаларыбыҙҙы иҡтисад өлкәһенә индереп ебәреү өсөн шәп мөмкинлек был! Беҙҙең милләт вәкилдәре һәр тармаҡта лайыҡлы урын биләһен, тибеҙ. “Башҡорт икәнһең, ауылда йәшәргә тейешһең” тигән һүҙҙәр менән риза түгелмен. Төрлө урынға һибелеп, милләтебеҙҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып ғүмер итһәк, тырышып эшләһәк, тамырҙарыбыҙ тағы ла нығыныр.
Заманса ҡарашлы “Тимербатыр”ҙар бер нисә йыл эсендә Мәскәү, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙы яулап өлгөргән. Күптән түгел Благовещенда үткәрелгән ярыштан бихисап категория буйынса I урындарҙы алып ҡайтҡандар. Беҙ барғанда Өфөлә уҙғарылған “Роболига-2016” республика фестиваленә йыйына ине улар. (Аҙаҡ билдәле булыуынса, ярышта уңышлы сығыш яһап ҡайтҡандар. “Футбол роботтары” категорияһында – I, тағы өс ярыш төрөндә II, III урындарҙы яулағандар).
“Электрон мәктәп” республика форумында еңеүселәр рәтенә ингән уҡыу йортоноң сайты көн дә тулыланып бара. Уҡытыусылар ҙа заман талабына яраҡлашҡан, улар менән бәйләнешкә инеүе һәр саҡ еңел. “Бәйләнештә” сайтында ғына ла әбделмәм­бәттәрҙең әллә күпме төркөмө бар: ”Ҡыпсаҡ-ТВ” мәктәп телевидениеһы”, “Ҡыпсаҡ бүреләре” хоккей командаһы”, “Спорт менән йәшә, Ҡыпсаҡ!”, “Тимербатыр” һәм башҡалар.

Ҡеүәттең нигеҙе – берҙәмлектә

Мәктәптең Ҡолғана һәм Килдеғол ауылдарында филиалдары эшләй. Шуға бәйле ҡайһы бер педагогтар мәктәптән мәктәпкә йөрөп эшләй. Мәҫәлән, йыр уҡытыусыһы Зарема Билалова Килдеғолдан аҙнаһына бер көн килеп, Әбделмәмбәттә биш дәрес бирә, шулай уҡ ике дәрес түңәрәк алып бара.
– Сәғәт икегә тиклем вокаль ансамбле ағзалары менән шөғөлләнгәйнем, әле бына айырым йырлаған балалар килде, – тип бәйән итте уҡытыусы. – “Сулпылар”ҙа ҡатнашыу өсөн йыр һайлайбыҙ. Был телевизион конкурста йыл да тиерлек ҡатнашып киләбеҙ. Уның алдынан мәктәптә айырым бәйге ойошторола.
Маяҡ итеп ғорур АҡбейектеМәғлүм булыуынса, хәҙер сығыштарҙы видеоға төшөрөп ебәреү һорала. Эште еңелләш­тер­ҙеләр. Сығыштарҙы 5 мартҡа тиклем ебәреп өлгөрөргә тейеш­беҙ. 26 февралдә район үҙәгендә үткәреләсәк конкурсҡа ла әҙерләнәбеҙ. Унда балалар Совет мультфильмдарынан йырҙар башҡарырға тейеш. Сара Рәсәй киноһы йылына бағышлана.
Коридорҙа иһә малайҙар матростар бейеүен ҡабатлай. Уҡыу йортон 40, 30, 20, 10 йыл элек тамамлаған ауылдаштары иртәгә осрашыуға килә, улар алдында сығыш яһарға әҙерләнәләр икән. Әйткәндәй, балаларына милли кейемде йүнсел ата-әсәләр үҙҙәре тектереп алған.
Коридорҙа шулай уҡ тәнәфестә шахмат, шашка уйнап алыу мөмкинлеге тыуҙырылған. Бер яҡ ситтә ике малай роботтарын көрәштерә... Ҡайнай ғына мәктәп! Балалар баҡсаһында ла шундай уҡ хәл. Ҙур тормошҡа әҙерләнеү майҙансыҡтары шулай булырға тейештер ҙә.
Ауылдың түрендә иһә – иман йорто. Юғарынан тирә-йүнгә нур өләшеп торғандай ул. Ауыл ағинәйе Шәкирә Шәмиғолова әйтеүенсә, мәсеткә әбделмәм­бәттәр күпләп йөрөй. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре үткәрелеп килә, йома намаҙҙарына йөрөүселәр артҡандан-арта. Инәй үҙе лә, дин ҡанундарын тотоп, күркәм тормошта йәшәй.
– Ауылдаштарымдың зарланып ғүмер итмәгәненә һөйөнөп туймайым, – ти ул. – Аллаға шөкөр, үҙ көсөнә таянып, бер-береһенә терәк булып йәшәйҙәр. Шуға ла, Хоҙай Тәғәләнең рәхмәте төшөп, ауылыбыҙ йылдан-йыл күркәмләнә, ҡеүәте арта бара.
Ысынлап та, һәр кемдең үҙ шөғөлө бар бында. Шәхси эшен уңышлы алып барған, исеме тотош районда билдәле йүнселдәр байтаҡ. Уларҙың барыһы ла төбәгенең киләсәген хәстәрләү бурысын лайыҡлы атҡарып килә.
* * *
...Юғарыға күтәрелгән һайын донъя сағыуыраҡ, яҡтыраҡ күренә. Оло һәм Бәләкәй Аҡбейек, Ҡараташ тауҙары итәгендә төйәкләнгән әбделмәмбәттәр шуғалыр ҙа гелән бейеклеккә үрләй. Халҡыбыҙға хас ғорурлыҡ, тәүәккәллек, ныҡышмалылыҡ, үҙ һүҙлелек кеүек сифаттарын юғалтмаған ҡыпсаҡ нәҫелдәре, һис шикһеҙ, юғарылыҡты юғалтмаҫ.





Вернуться назад