Ҡыяр йылына дүрт тапҡыр уңыш бирәсәк16.02.2016
Башҡортостан менән Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы вәкилдәре берлектә теплица хужалығын үҫтереү буйынса мөмкинлектәрен тикшерҙе. Өфөлә уҙған “түңәрәк өҫтәл” үҙ-ара яҡыныраҡ танышыуға, хеҙмәттәшлек төрҙәрен ҡарауға, уртаҡ бизнес-пландар төҙөүгә арналды.

– Беҙҙең республикала был тармаҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Көплө тупраҡта йәшелсә үҫтереү буйынса етди ынтылыш яһап, былтыр Волга буйы федераль округында алдынғы урынға сығыуыбыҙҙы ҡыуаныс менән билдәләйбеҙ, – тине Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов. – Шулай ҙа миҙгелдәр алы­шынғанда йәшелсәгә ҡытлыҡ булыуы һиҙелә. Тармаҡты тағы ла үҫтерергә, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн тырышырға кәрәк. Тап шундай мәлдә беҙгә көслө партнерҙар ярҙамға килә лә инде.
Ҡытайҙың төҙөлөш материалдары етеш­тереүсе OWENS компанияһы етәксеһе Тянь Ксинганг үҙ предприятиеһындағы эшләнмә­ләрҙең өҫтөнлөгө хаҡында һөйләне.
– Беҙҙә кәрәҙле һәм монолит поликарбонаттар, быяла теплицалар, шулай уҡ төрлө интеллектуаль ҡоролмалар яһала. Смарт-технологиялар, инновациялы һәм тирә-яҡ мөхиткә зыянһыҙ төҙөлөш ысулдары тәҡдим итәбеҙ, – тине ул. – Продукциябыҙ Рәсәйҙәге ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла йәшелсә үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырлыҡ. Беҙҙең теп­лицаларҙа яҡтылыҡ, йылылыҡ, һауаның дымлылығы, ашлама индереү, һуғарыу, уңышты йыйыу тулыһынса контролгә алына, электр энергияһы һәм газ һаҡсыл тотонола. Бер гектар көплө тупраҡта эшләргә күп тигәндә ете кеше кәрәк. Заман технологиялары ундай майҙан­дарҙа йылына ике рәт – ер еләге, өс мәртәбә – помидор, дүрт тапҡыр ҡыяр үҫтереп алырға мөмкинлек бирә.
Тянь Ксинганг әфәнде республикабыҙҙа агросәнәғәткә инвестициялар йәлеп итеү өсөн яҡшы база булдырылғанын билдәләне. Уны беҙҙең Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре инвесторҙарға яһалған һалым ташламалары, шулай уҡ банк кредиттарының процент ставкаларын түләү, ҡуртымға ер алыу, йәшелсә орлоғо хәстәрләү, теплицалар төҙөү һәм иҫкеләрен яңыртыу һымаҡ маҡсаттарға тотонған аҡсаны дәүләт программаһы ярҙамында кире ҡайтарыу мөмкинлеге менән таныштырҙы.


Вернуться назад