Егәрлеләрҙең етенсе бейеклеге16.02.2016
Егәрлеләрҙең  етенсе бейеклеге Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтарҙың бергә ғүмер итеүенә ярты быуат инде. Ә үҙҙәре етенсе тиҫтә йәшен артыла. Татыу ғаилә серен улар саф мөхәббәттә, бер-береңә ихтирамда һәм тоғролоҡта күрә.

Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы менән Ҡадурий Әбдрәхим улы Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта бер класта белем алған. Туғандарса мөнәсәбәт бер аҙҙан һөйөү хистәренә әйләнгән. Ҡыҙыҡай – Өфө дәүләт авиация техник институтын, егет Өфө дәүләт нефть техник институтын тамам­лағас, сәстәре сәскә бәйләнгән.
Байтаҡ тормош тәжрибәһе туплағас, үҙ эштәрен асҡан улар. Фазлетдиновтар ойоштор­ған “Семигорье” һәм “Румикс” фәнни-етештереү фирмалары әленән-әле халыҡ-ара кимәлдә һәм Рәсәйҙә үткәрелгән абруйлы конкурстарҙа еңеп сыға, төрлө премиялар, миҙалдар, кубоктар яулай. Былтыр, мә­ҫәлән, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы менән Ҡадурий Әбдрәхим улы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының Ҡазанда үткән “Перспектива-Төбәк” конгресында ҡатнашып, “Төбәктең алтын фонды” орденына лайыҡлы тип табылды, шулай уҡ “Республика Башкортостан” гәзите редак­цияһы ойошторған “Йыл ке­шеһе” конкурсында еңеүсе булды.
Икеһенең дә тыуған ауылдарында иман йорто һалдырҙы Фазлетдиновтар. Учалы ра­йонын­дағы Ра­фиҡта “Әбдрәхим” мәсете Ҡадурий ағайҙың ата-әсәһенә бағышлап төҙөлһә, Әлшәй районындағы Сурайҙа асылған “Ағинәй” – Миңзәлә апай яҡташтары менән бергәләп булдырған ғибәҙәтхана. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап Сурай ауылында һәйкәл ҡуйыу ҙа Фазлет­диновтарҙың тырыш­лығы һәм сы­ғым­дары менән атҡарылды. Бил­дәле шағир Мәүлит Ямалет­диндың “Ҡөрь­ән”гә шиғри аңлатмаларын китап итеп сығарыуҙы ла матди яҡтан Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты менән берлектә улар хәстәрләне. Был баҫма рухиәтебеҙҙә сағыу бер күренеш булараҡ ҙур баһаға һәм иғтибарға лайыҡ.
Фазлетдиновтарҙың ике улы ла атаһы менән әсәһе юлынан бара. Улар, фирмаларҙың маркетингын һәм киләсәктәге уңыштарын хәстәрләп, эште лайыҡлы дауам итергә әҙер. Бынан тыш, Миңзәлә апай менән Ҡадурий ағай – ейән-ейәнсәр бәхетен татыған кешеләр.
Ғөмүмән, мең ырыуы ҡыҙы ме­нән тиләү ырыуы егете ҡор­ған ғаиләнең нигеҙе ныҡ, ышаныслы. Ауылдаштарына, яҡын­да­рына, милләтебеҙгә таяныс булып, елле етмештәренә аяҡ баҫҡан уҙаман менән ағинәйгә оҙон ғүмер, изгелектәренең үҙҙәренә меңләтә артып ҡайтыуын теләйек.

Гөлназ ҠОТОЕВА,
шағирә.



Вернуться назад