Торлаҡ алғың киләме?16.02.2016
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһына инеү шарттары үҙгәрә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдың 1 апреленән республикала торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһы эшләй башлағайны. Социаль проект Башҡортостан Хөкүмәтенең башланғысы менән уртаса килемле граждандарға торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген арттырыу маҡсатында әҙерләнеп, төбәк бюджеты аҡсаһы иҫәбенә берлектә финанслау шарттарында ғәмәлгә ашырылды. Ике йыл дауамында әлеге программала 8200-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән.
2016 йылдың 14 февраленән иһә әлеге системаға инеү шарттары үҙгәртелде. Хәҙер программала Башҡортостанда даими йәшәгән һәм «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы буйынса эконом класлы торлаҡ һатып алыуға хоҡуҡлы кешеләр генә ҡатнаша ала.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, торлаҡ алыу ике этапта башҡарыла: аҡса йыйыу һәм кредит юллау. Тәүҙә программала ҡатнашыусы, банкта махсус иҫәп асып, ай һайын шунда аҡса һалып бара. Дәүләт үҙ сиратында бюджеттан премия өҫтәй, уның күләме шәхси иғәнәләрҙең 30 процентын тәшкил итә. Аҡса туплау осоро тамамланғас, ҡатнашыусылар йылына 6–7 процент өҫтәп түләү шарты менән ипотека кредиты алыу мөмкинлегенә эйә була.


Вернуться назад