Һайлауға әҙерлек башланды16.02.2016
Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы эсендә алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса ойоштороу комитеты эш башланы. Ошо көндәрҙә федераль ойоштороу комитеты менән видеоселектор кәңәшмәһе уҙғарылды, унда тауыш биреү юлы менән илдең 84 субъектында төбәк комитеттары рәйестәре раҫланды. Башҡортостанда әлеге вазифаға Константин Толкачев тәғәйенләнде.
Партияның төбәк бүлексәһендә аңлатыуҙарынса, ойоштороу комитеты Өфөнөң Цюрупа урамындағы 17-се йортта урынлашасаҡ. Шунда уҡ 15 февралдән алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләүселәрҙән документтар ҡабул ителә башлай. Ҡабул итеү комиссияһы иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем эшләй.
2 апрелдән 15 майға тиклем бөтә кандидаттар ҙа дебаттарҙа ҡатнаша. 22 майҙа алдан тауыш биреү үткәрелә, уның йомғаҡтары буйынса етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидаттар күрһәтеләсәк.