Беҙ диалогка әҙер. Ә һеҙ?16.02.2016
Рәсәй менән Америка араһындағы бәйләнеш йәнә хөртәйә. Премьер-министр Дмитрий Медведев баһалауынса, мөнәсәбәттәр хатта “перезагрузка”ға тиклем күпкә яҡшыраҡ ине әле хатта. “Беҙ американдар менән дуҫлыҡты яйға һалып ҡараныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөнәсәбәттәр йәнә емерелде, элеккегә ҡарағанда ла хөртәйҙе”, — тине Хөкүмәт башлығы.

Шулай ҙа Рәсәй Премьер-министры Euronews телеканалына биргән интервьюһында, “мөнәсәбәттәрҙең үтә көсөргәнешле булыуына ҡарамаҫтан, Мәскәү диалогка әҙер”, тип билдәләне. Әммә хеҙмәттәшлек, Медведевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ғәҙел һәм тыныс шарттарға нигеҙләнергә тейеш. “Беҙ быға әҙербеҙ, АҠШ менән дә, Евросоюз менән дә яҡшы, оҙайлы мөнәсәбәттәр ҡорорға теләйбеҙ”, — тине ул.
Медведев Мәскәүҙең Сүриә лидерына ҡарата позицияһына ла аңлатма бирҙе. Премьер-министр билдәләүенсә, рәсәйҙәрҙе Европа халҡы менән тарих һәм рухи ҡиммәттәр бәйләй. Дмитрий Медведев мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеүгә, Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкцияларҙы ғәмәлдән сығарырға саҡырҙы. “Бының өсөн ҡыйыулығыңды йыйып, “беләһегеҙме, егеттәр, бөттө, шул-шул көндән беҙ быға нөктә ҡуябыҙ” тиергә генә кәрәк”, — тине ул.


Вернуться назад