Берәҙәк хайуандарға ла... закон16.02.2016
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Өфө ҡалаһы хакимиәтенә тиҙ арала берәҙәк хайуандарҙы аҫрау һәм тотоу буйынса “юл картаһын” тормошҡа ашырыу буйынса мөрәжәғәт әҙерләгән. Документ тейешле норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул итеүҙе, берәҙәк хайуандарҙы аҫрау һәм уларҙы тотоу тәртибен көйләүҙе, приюттарҙың эшмәкәрлеген өйрәнеүҙе күҙ уңында тота.
Мөрәжәғәтте әҙерләүҙә Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе Рәсүл Ғосманов, уның урынбаҫарҙары Римма Үтәшева һәм Руфина Шаһапова, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хайуандарға ярҙам күрһәтеүсе хәйриә фондтары белгестәре ҡатнашҡан. Был аҙым тәү сиратта йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, йоғошло ауырыуҙарҙы киҫәтеү маҡсатында яһала. Шул уҡ ваҡытта, белгестәр билдәләүенсә, хайуандарға ҡарата яуаплылыҡты арттырыу йәһәтенән тәрбиә эштәрен көсәйтеү мәсьәләһе лә көн ҡаҙағында ҡала. Сөнки күптәр эт йәки бесәйҙе аҫрауға ала ла бер-ике көндән урамға сығарып ебәрә.