Наталья өфөләрҙе ҡыуандырмаҡсы16.02.2016
24 февралдә халыҡ-ара конкурстар лауреаты Наталья Ҡадирова (Франция) Өфөлә сығыш яһай. Пианистка Петр Чайковскийҙың, Александр Скрябиндың һәм Сергей Прокофьевтың әҫәрҙәрен башҡарасаҡ.
Натальяның ижад юлы Өфөлә башланған. Бында ул З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған, артабан Европаға юлланған. Францияның дәүләт консерваторияһында белем алғандан һуң Европа һәм Рәсәй сәхнәләрендә сығыш яһай, камерный музыканы өйрәнеү һәм башҡарыу менән әүҙем шөғөлләнә. Әле Наталья Ҡадирова хәләл ефете менән дуэт булдырған. Уҡытыу эшмәкәрлеген дә алып бара.