Ир-егетте ҡотлай шағирәләр16.02.2016
Иҙел генә кисмәҫ ир булмаҫ,
Ир-егеттәр етмәҫ ер булмаҫ.
Тик, юлдарҙы урап биленә,
Ҡайта ирҙәр тыуған иленә,
– тип яҙған шағир Самат Ғәбиҙуллин үҙенең бер шиғырында. Оҙаҡламай, 23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итәсәкбеҙ. Ошо уңайҙан Башҡортостан Яҙыусылар союзында шағирәләр, ир-егеттәрҙе ҡотлап, шиғыр уҡыясаҡ. 19 февралдә 15 сәғәттә башланасаҡ кисәгә рәхим итегеҙ, шиғриәт һөйөүселәр, ил һаҡсыларын ҡотларға теләүселәр!


Вернуться назад