Яңы энциклопедия әҙерләнә16.02.2016
Республикала “Башҡортостан журналистикаһы һәм матбуғаты” энциклопедияһы буйынса эш башлана. Ул башҡорт матбуғатының 100 йыллығына һәм журналистарҙың ижади ойошмаһының 60 йыллығына арнала.

Республикабыҙҙағы матбуғат тарихы иҫтәлекле ваҡиғаларға һәм сағыу исемдәргә бик бай. Яңы баҫма тематик төбәк энциклопедиялар иҫәбенә инәсәк. Унда тотош төбәк үҫеше юҫығында журналистиканың аяҡҡа баҫыу дәүерҙәре сағылырға тейеш. Төрлө осорҙағы гәзит, журналдар, губерна баҫмалары, вуз, ғилми учреждениелар, предприятиелар, телерадиокомпаниялар, башҡа студиялар баҫмалары хаҡында мәғлүмәт тупланасаҡ. Тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләгән уҡыу йорттары, республиканың полиграфия предприятиелары, типографиялар, китап нәшриәттәре хаҡында мәғлүмәттәр йыйыла. Шулай уҡ журналистарҙың биографик мәҡәләләрен урынлаштырыу ҡарала.


Вернуться назад