Юл ҡағиҙәләрен үтәйһегеҙме?16.02.2016
Башҡортостанда 28 февралгә тиклем “Йәйәүле” операцияһы ойошторола. Республика буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, был осорҙа тәртип һаҡсылары йәйәүлеләргә айырым иғтибар бирәсәк.
Юл ҡағиҙәләрен үтәүгә күҙәтеү көсәйтеләсәк. Тәртипте боҙған йәйәүлеләрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу, 500 һум күләмендә штраф һалыу ҡарала.
Әйткәндәй, быйыл ғинуарҙа ғына республикала йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы 88 юл фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа 13 кеше һәләк булған, 78-е имгәнгән.