Ғашиҡтарға – татлы рекорд16.02.2016
Ғашиҡтарға –  татлы рекорд Ғашиҡтар көнөндә өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына бүләккә “валентинка” түгел, ә бауырһаҡ таратылды. “Каруанһарай” майҙанында үткәрелгән байрамға 1143,5 килограмлыҡ милли ризыҡ килтерелгәйне.

Үҙәктәге йәшел фонда – бауырһаҡтан яһалған алтын төҫөндәге ҡурай сәскәһе. Уны яһау өсөн 20 ашнаҡсы ун көн дауамында арымай-талмай хеҙмәт иткән. Бауырһаҡты әҙерләүгә 750 килограмм он, ете меңдән ашыу йомортҡа, ярты тонна май талап ителгән, Бөрйән балы ҡулланылған. Халыҡ хайран ҡалыуын йәшермәне.
– Бындай үҙенсәлекле сараны тәүге тапҡыр күрәм. Ойош­тороусыларға – афарин! – тине, мәҫәлән, Рәсәйҙең билдәле гимнасы, дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы Алексей Немов.
Татлы ризыҡты телеп, айырым төрөп, байрамда ҡатнаш­ҡандарға өләштеләр. Был үҙенә күрә хәйер кеүек ҡабул ителде. Ғөмүмән, байрам милли йолаларҙың, туғанлыҡ, ғаилә ҡиммәттәренең мәңге­леген сағылдырҙы кеүек.
Әйткәндәй, был сараны Рәсәйҙең Рекордтар китабы вәкиле теркәп алды һәм махсус сертификат тапшырҙы.




Вернуться назад