Бар хисе – күҙендә16.02.2016
Шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова матбуғатта ғына түгел, икһеҙ-сикһеҙ Интернет селтәрендә лә милли әҙәбиәтебеҙҙе, сәнғәтте, дини тәрбиә биреү алымдарын пропагандалау буйынса даими эш алып бара. Күңел талабы буйынса эшләй, хеҙмәт хаҡы түләнмәй уға бер ҡайҙан да. Ҡайһы саҡ рәхмәт һүҙенән бигерәк ризаһыҙлыҡ та ишетергә тура киләлер. Әммә шуныһы мәғлүм: Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы маҡсатына һәр ерҙә тоғро. Үҙенең һәр һүҙе, эшмәкәрлеге менән ул “Урал батыр” эпосында әйтелгән төп тәғлимәттән тайпылмай – яманлыҡты тик яҡшылыҡ таратып еңеп була.

* * *
Башҡорт булыуым менән ғорурланам, тиҙәр. Был беҙҙән түгел, ә атай-әсәйҙән тора. Халҡың ғорур­ланырлыҡ эштәр баш­ҡарыу менән ғорурланырға кәрәк, минеңсә.
* * *
Халҡыбыҙҙың әйтеме бар: “Ҡаҙ менән – ҡаҙ, өйрәк менән – өйрәк!”
Улдарыбыҙҙы фәҡәт башҡорт ҡыҙына өйлән тип үҫтерергә тейешбеҙ! Шул саҡ ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ишһеҙ ҡалмаҫ, сит милләткә өйләнеп, егеттәр ҙә атаһының милләтенән, диненән оялған балалар ишәйтмәҫ!
* * *
Бына “пробный брак” тиҙәр, йәғни һы­на­маҡ ҡына берлек. Юҡ инде, ҡыҙҙар, кем “про­ба” ҡуя, шуның менән ғүмергә бергә булығыҙ! Көнөндә үк законлаштырып ҡуйып! Юҡһа, пробаһы түбән төшөп китәсәк алтынығыҙҙың...
* * *
Бер ҡатын өләсәһенең: “Хәҙер ерҙең беҙ йәш саҡ­тағы кеүек майы юҡ, нефтте туҡтауһыҙ һурып, тупраҡты йәнһеҙ итеп бөтөрҙөләр”, – тип әйтеүен яҙҙы.
Ер ҙә үлемесле анорексия менән ауырый башламағанмы икән, тип уйлайым ҡайһы саҡ, ысынлап та йәнһеҙгә әйләнә барған төбәктәрҙе күргәс.
* * *
Халҡыбыҙҙың иң ҙур фажиғәһе – бер-бе­реңде ҡыҫтап, баҫышып, ауыҙға ҡойоп эсереү! Шулай итмәһәң, имеш, һин ҡунаҡ һыйлай белмәйһең! Бер-беребеҙгә ҡыҫтап ағыу эсерәбеҙ бит! Милләттең үҙ-үҙен ҡырыуы!
* * *
Милли мәсьәлә бер кешегә ҡайтып ҡа­лырға тейеш түгел ул, башҡорт булыу, баш­ҡортлоҡто яҡлау, милләт хаҡына ниҙер эш­ләү, эшләмәй икән, һис юғында, зыян кил­тер­мәү һәр башҡорттоң фиғеле булырға тейеш!
* * *
Беҙ, ауылдыҡылар, шул “лайк” ҡуйыуҙан башҡа файҙа килтермәйбеҙ инде милләт өсөн, күпме уйлаһаҡ та, тип яҙҙы бер һылыу Интернетта.
Файҙа – Интернет тултырып БАШҠОРТСА матур-матур фекерҙәр яҙыу, матур кеше­лә­ребеҙ, күркәм йолаларыбыҙ, үҙенсәлекле тәрбиә өлгөләребеҙ тураһында яҙыу! Урал батыр әйтмешләй, яманлыҡты яҡшылыҡ менән ҡыҫырыҡлау! Интернеттан тормошҡа ла күсә ул!
Ағас башын ел бора, әҙәм башын һүҙ бора! Күр­һен­дәр – ни тиклем саф күңелле, айыҡ аҡыллы, иманлы халыҡбыҙ!
* * *
Беҙҙең халыҡ наҙлы һүҙгә һараныраҡ ул. Бар хисе – күҙендә.
Беҙҙең ололарҙың элекке хаттарына иғ­ти­бар итәйек. Уларҙың аҙағында гел йыр һүҙ­ҙәре булған. Хисен те­ле менән әйтергә тар­тынып, йыр-таҡмаҡтан алған да яҙған­дар...
* * *
Борон халҡыбыҙҙа эскелектән бик яҡшы “дауа­ла­ған­дар” – халыҡ алдына сығарып, тажылдатып таяҡ менән туҡмағандар. Эске­селәр, ғөмүмән, булмаған – ғәрлеге ни тора! Туғандары ла “йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтер­ҙең” тип оялтҡан. Хәҙер ҡайҙа улай тип әй­теү! Эс, мине әҙәмгә һанамайһыңмы! Берҙе генә эс тә... Китте шунан алға йүгереп һандар!
* * *
Балалар, ейәндәр менән байрамдарҙы бер­гә үткәреү күңелгә рәхәтлек бирә. Ә та­бын­да иҫерткес булмауы – үҙе бер бәрәкәт, ҡот.
Бына әле ҡыҙыбыҙҙың ғаиләһендә Яңы йылды ҡар­шылап ҡайттыҡ – рәхмәт матур табын, тәмле ризыҡ­тар, айыҡ баш менән ола­тай һәм атайҙың мәғәнәле, фәһемле әңгәмәләре өсөн! Атай бит – арҡа һөйәге. Иҫерек арҡа һөйәге кәүҙәне, йәғни ғаиләне, ныҡлы тота аламы ни?!
Рәхмәт һеҙгә, донъябыҙ тотҡалары!
* * *
Ҡыҙымды ҡараған мәрйә әбей үлемдән ҡурҡа ине. Бик ыҙалап ятып хушлашты был донъя менән. “Элек ҡурҡа инем, хәҙер үлем­де саҡырам, килмәй”, – тип иланы. Үлем дә ваҡытында килһен икән ул... Ғазаптарҙан ҡотҡарыусы булып...
* * *
Еңә алманым, сигенергә тура килә, тип ҡайғырыу урынһыҙ. Ике быуат элек Мәскәүҙе дошман ҡулына ҡалдырып тороу еңеүгә килтергән бит!
Ҡайһы саҡ шулай итеп тә алырға кәрәк.
Сигендең икән, еңелдең тигән һүҙ түгел.
* * *
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа ауылда алма үҫтермәнеләр. Ранетка тигән вағы район үҙәгендә осраштыра ине.
Мәктәпкә биология дәресе өсөн бик матур муляж алма алып ҡайттылар – ҙур, тәбиғи емештән айырып алғыһыҙ булып, алһыу­ла­нып, күҙҙе ҡыҙҙырып тора ине ул. Бер мәл йо­ҙаҡлап ҡуйылған быяла ишеген нисектер асып, шкафтағы шул алманы кемдер тешләп ҡараған. Бәләкәй генә теш эҙҙәре алманың парафиндан яһалған икәнен фаш иткән дә ҡуйған. Шунан һуң шкаф янында күҙе ҡыҙып баҫып торған балалар кү­рен­мәне.
...”Старик Хоттабыч” кино­һын төшөргәндә ысын ба­нан таба алмай, уны папье-машенан эшлә­гән­дәрен уҡыным...
Шөкөр, хәҙер беҙҙә ал­ма ғына түгел, йөҙөмөнә тиклем үҫә.

Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА
алып бара.



Вернуться назад