Күңелеңде моң менән һуғар16.02.2016
Заман өҫтөндә тынлыҡ шомо үрелгән төҫлө. Шул шомдоң шәүләһе төшкән күңелдәр ғәмдән, яҡтылыҡ илтерҙәй нурҙан бушанғандай... Һәм ҡараңғы урамдарҙа бәғзеләр башҡа кешене, хатта күршеләрен, туғандарын танымай. Улай ғына түгел, бер-береһенә шик, ҡурҡыу менән ҡарайҙар кеүек. Өй усағы ла һүрелгәндәй. Ғаилә байрамдары иһә хыялдар менән шатлығын юғалтҡандай. Ә тынлыҡ бәхет, ғүмер, ысынбарлығыбыҙҙы үрә бирә. Кешеләр “ашау – эш – үлем” тигән үҙ өсмөйөшөн һыҙып, шуның эсендә мәшәҡәттәре менән ҡайнай. Хатта тойғоларын, әүәҫлектәрен, йәнә бер-береһен тапай-тапай шунда инәләр. Был иһә – ябай кешенең ғүмер һикәлтәләре...

Тынлыҡ әле булһа ағыуын сәсеп, тереклекте һура. Еҫкәнә биреп, мәктәптәрҙә, кабинет­тарҙа, балалар бүл­мәһендә йылына. Ағыуланған күңелдәр бушанып, мәғәнәһеҙ килеш, әммә байрамса билдәһеҙлеккә табан атлай. Шул һоролоҡта Аллаһ менән бер рәттән үҙҙәрен дә юғалтҡан йәндәр хәҙер тәби­ғәтте, сәнғәтте ятһына. Хәйер, тынлыҡ та берҙәмлек исеме аҫтында сәнғәтте тар­ҡата. Ябай кешеләр түгел, рәссам, скульптор, яҙыусылар ҙа бер-береһен аңлай алмай. Ул ғына бул­һа икән шиғыр менән йыр араһында айырмалар тыуған ваҡытта...
Цивилизация моң ағымынан төшөп, ваҡыт ағымына ғы­на тороп ҡалғандай. Төпкөлдәрҙән килгән көйҙө бө­гөн­гөнөң үҙһенмәүе аңлашыла, сөнки уның ритмында инде заман сағыла, азатлыҡ һулыш ала. Ә әлегәсә был ритмды түңкәре­лештәр күтәрә килгән. Асылында – тәбиғәткә ҡайтыу мотивы.
Шуғалырмы заман һәр саҡ моңдо вәхшиҙәрсә ҡыйратырға тырыша, уға ҡалһа, йәндәрҙәге ғәмһеҙлекте хушһына. Тик ҡасан мәҙәниәтебеҙҙе быуаттар аша һаҡлап килгән ҡурайға цивилиза­цияның ҡағылғаны бар? Тарих хәтерен үҙендә илткән тәбиғи моңо әле булһа аңдарға үтеп инә, йөрәктәрҙе тетрәндерә. Күңелдәргә һирпкән көйө менән ысын мәғәнәһендә рухты кәүҙә­ләндерә. Уның менән йөрәк тәңгәлендәге бушлыҡты тул­тырғандар борондан уҡ кешелеклелек өсөн йән атҡан.
“Был моң – ҡырағай хор. Ул цивилизацияның ҡыйралмаҫтай ҡаҙаныштары өсөн дә үлемесле; беҙ инде өйрәнгән “хаҡлыҡ, яҡшылыҡ һәм матурлыҡ” көй­ҙәренә лә ҡапма-ҡаршылыҡлы ул; беҙгә башҡа идеология һеңдергән тәрбиә һәм белемгә лә хаслыҡ тойғоһон кисерә”, – тип А. Блок үҙе лә һиҙмәҫтән ҡурай моңо хаҡында әйткәндер, бәлки.
Яҡшылыҡтың асылын сағыл­дырған “Урал батыр” эпосының килеп сығыуы халҡыбыҙға йәнә һулыш өргән түгелме? Ана бит, ерҙең йәшәүе хаҡына йәнен фиҙа ҡылған Урал батыр, яҡшылыҡты атыбыҙ итергә, бының өсөн тәүҙә яманға юл ҡуймаҫҡа, тигән. Ул тереклеккә килтергән йәмдән таш өҫтөндә лә гөлдәр үҫеп сыҡмаҫ тимә.
Ҡурай менән эпос икеһе бергә иһә ошо тынлыҡ үргән шомдо ла йырта алырҙай көскә эйә. Әммә әүәл күңелдәрҙе моң һәм мәҙәниәт менән һуғарырға кә­рәктер. Бына бит милләтебеҙгә ниндәй аҫыл ҡомартҡылар бирелгән! Уларҙы ер аҫтына йәшереп булмай, кәрәкмәй ҙә! Киреһенсә, күрһәтергә кәрәк. Донъя уларҙың ҡағылғыһыҙ икәнен таныһын һәм ғүмер үҙе һаҡлаһын өсөн! Һәм баш осондағы һоролоҡҡа бер ваҡыт яҡты нур ярып инер.




Вернуться назад