Ғәжәп бит роботтар иле!16.02.2016
Ғәжәп бит роботтар иле! Баҡтиһәң, кешегә оҡшаш роботтарҙы кинола, йәнһүрәттә генә түгел, үҙебеҙҙең ҡәҙимге тормошта ла күреп була икән. Республика башҡорт лицей-интернатында ойошторолған “Роболига-2016” фестивале тап ошо өлкә оҫталарын бергә йыйҙы, сағыу бер тамаша менән һоҡландырҙы.

Сарала һәләттәрҙе үҫтереү, балаларҙа робот техникаһы, программалау йүнәлештәренә ҡа­рата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡ­саты менән янған һәр кем ҡат­наша алды. Республи­ка­быҙ­ҙың төрлө ҡала һәм райондарынан, илдең башҡа төбәктәренән килгән командалар – йәмғеһе 166 уҡыу­сы – көс һынашты. Бәйгесе­ләрҙең күбеһе – Өфөнән, уның ҡарауы, Сибай, Бәләбәй, Нефтекама, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларынан, Әлшәй, Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан килгән уҡыусылар ҙа оҫталыҡта ал бирерҙәй түгел. Бөрйәндең “Тимербатыр” командаһы ярыш­тарҙың күбеһендә призға лайыҡ булды.
Бәйгеселәр яһаған роботтар лабиринт буйлап йөрөнө, ма­неврҙар эшләне, хатта үҙ-ара футбол уйнаны... Әйтергә кәрәк, робот техникаһы менән шөғөл­ләнеү балаларға программалар яҙыуҙа ғына түгел, шул уҡ ва­ҡыт­та логиканы, образлы фе­керләүҙе, фантазияны үҫтереүҙә, физикалағы механика һәм статика кеүек бүлектәрҙе еңелерәк аңлауҙа булышлыҡ итә. Тағы ла төрлө конструкциялар төҙөргә һәм уларҙың ныҡлығын тик­шерергә, ҡуйылған мәсьәләләрҙе үҙаллы сисергә, командала эшләргә өйрәнәләр.
Ғәжәп бит роботтар иле!– “Роболига” фестиваленең киләсәге ҙур, сөнки унда ҡатнашыусыларға фекерләү, ижад итеү азатлығы бирелә, тема яғынан ғына сикләү бар. Балалар, үҙҙәренең фантазияһын, отҡорлоғон ҡулланып, төрлө роботтар төҙөй ала, – тине бәйгеләге “Фристайл” майҙаны судьяһы, Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты, техник фәндәр кандидаты Николай Сенюшкин.
Республика башҡорт лицей-интернаты робот техникаһын үҫтереүҙә Башҡортостан уҡыу йорттары араһында беренсе­ләрҙән һанала. Әйткәндәй, халыҡ-ара “World Robot Olympiad” ярышының республика этабын да тап ошо лицей ойоштора.
– Бөгөн нанотехнология­лар­ҙың, робот техникаһының нимә икәнен белмәгән кешене табыу мөмкин түгел. Беҙ ҡулланған кеҫә телефондары, компьютерҙар, заводтарҙағы робот-машиналар – ошо өлкә емештәре. Улар көн­дән-көн тормошобоҙға тәрәнерәк үтеп инә. Киләсәк өсөн дә технология ҡаҙаныштары яуаплы кеүек. Милләттәштәребеҙ ара­һында ошо тармаҡта үҙен һыуҙағы балыҡтай хис иткән яҡшы белгестәр үҫтереү оло әһәмиәткә эйә, – ти Башҡорт­останда “Роболига” проектының етәксеһе Марат Әхмәтшин.
Бәйге тамам. Ундағы иң бәләкәй ҡатнашыусы – алты йәшлек Әмин Әхкәмов – “Фрис­тайл” майҙанында II урынды яуланы. Тимәк, ғилем туплау өсөн бер ҡасан да һуң йә иртә түгел.




Вернуться назад