Виртуаль донъямы, ысынбарлыҡмы?16.02.2016
Виртуаль донъямы, ысынбарлыҡмы? Уңайлыҡтарға ифрат бай XXI быуатта йәшәйбеҙ: тирә-яғыбыҙҙы “аҡыллы” машиналар уратып алған, һәм улар кеше урынына бихисап эште башҡара, шул ыңғайы ваҡытты һаҡсыл тотонорға ярҙам итә. Уйлай китһәң, фән һәм технология ҡаҙаныштары әҙәм балаһына тейешле барлыҡ йөкләмәләрҙе үтәйәсәк көндәргә оҙаҡ ҡалмаған кеүек. Диванда ятҡан килеш, мейе көсөн генә файҙаланып, планетаның икенсе осонда йәшәгәндәр менән аралашырға ла мөмкин булыр әле.

Бөгөн әлеге юғары технология­ларҙың үҫеше һөҙөмтәһендә төрлө социаль селтәрҙәрҙе киң файҙа­ланабыҙ. Әлбиттә, улар – элекке дуҫтар менән аралашыуҙы дауам итергә йә яңы таныштар табырға ярҙамлашыусы бик яҡшы инструмент. Тик, үкенескә ҡаршы, күптәр, бигерәк тә йәш быуын, Интернетты ошо маҡсатта ҡулланмай. “Бәй­лә­нештә”ләге яңылыҡтарҙы тикшереү уртаҡ “ауырыу”ға әйләнде тиһәң дә ярай. Таҫманы тикшереп сығып, “лайк”тар ҡуялар, үҙ-ара хәбәр алы­шалар һәм, нимәнелер онотоп, төшөрөп ҡалдырыуҙан ҡурҡалар. Социаль селтәрҙәге төрлө кә­рәк­кән-кәрәкмәгән уйындарҙы уйнай­ҙар, булған-булмаған “һорау алыу­ҙар”ҙа ҡатнашалар. Ошо һүрәт­ләүҙә, бәлки, үҙегеҙҙе йә берәй дуҫығыҙҙы танығанһығыҙҙыр…
Социаль селтәрҙәрҙең яҡшы һәм насар яҡтары бар. Шуларҙың икенселәренә туҡталайыҡ.
= СМС-хәбәрҙәрҙә, электрон хаттарҙа яҙылғандың 40 проценты аңлашылмай ҡалыуы мәғлүм.
Баҫылған текст әңгәмәсенең интонацияһын, хис-тойғоһон асыҡ еткерә алмай. Ошо сәбәпле байтаҡ ҡыйынлыҡтар, үпкәләүҙәр һәм аңлашылмаусанлыҡтар тыуа.
Күпме дуҫыбыҙ менән Интернет селтәрендә генә аралашабыҙ? Әгәр шәхси фекеребеҙҙең 40 проценты баҫылған текст араһында юғалып ҡала икән, башҡалар беҙҙе тулы­һынса аңлаймы икән ғәмәл­дә?!
Интернет селтәрендә бик ҡыйыу аралашҡан кешеләр йыш ҡына ысын тормошта ул тиклем булмай. Үке­нескә ҡаршы, бөгөн виртуаль киңлек шундайҙар менән тулған.
= Виртуаль дуҫтар яңғыҙлыҡты арт­тыра ғына… Ғалимдар иҫбат­ла­уынса, күҙгә-күҙ ҡарашып һөй­ләш­кәндә хәбәребеҙҙең 7 проценты ғына туранан-тура аңлашыла, ҡалған 93-ө вербаль булмаған аралашыу эсендә йәшерелгән: ҡул болғау, ым-ишара, ҡиәфәт, тон, интонация һ.б. Ысынлап та, күп осраҡта беҙҙең юморҙы интонация аша ғына аңлап була. Ә баҫылған текста уны күреү мөмкин түгел.
Текстар донъяһына килгәндә, әңгәмәсебеҙҙең кәйефен һиҙмә­гәнлектән, уҡыған һәр һөйләмде үҙ кәйефебеҙ фильтры аша үткә­рәбеҙ. Ярһыу саҡта хәбәрҙе кире юҫыҡта ҡабул итәбеҙ, үпкәләйбеҙ. Артабан аралашҡанда ла ошо насар кәйефте ташламайбыҙ. Һөйләшеү аҙағында бер-беребеҙгә артыҡ һүҙҙәр ҙә әйтеп ташлайбыҙ – күңел төшөнкөлөгөнә биреләбеҙ. Барлыҡ донъя беҙгә ҡаршы һымаҡ һәм… һөҙөмтәлә көрәш башлай­быҙ! Ошо ваҡытта беҙ яғанан тотоп һәйбәт кенә һелкетә алырлыҡ ысын дуҫҡа мохтажбыҙ.
= Беҙгә эшлекле тәнҡит етеш­мәй…
Яҡын дуҫтар булмауҙың иң насары ҡотлауһыҙ үтеп киткән тыуған көн түгел, юҡ! Иң күңелһеҙе – ысын, саф тәнҡит етмәүе.
Интернет киңлегендә таныш булмаған кешеләр төрлө форум, чаттарҙа кем тип кенә үсекләмәһен, һеҙгә был барыбер мөһим түгел, шуға күрә ундағы барлыҡ үсекләү-йәберләүҙәрҙе тәнҡит менән бутарға ярамай. Бәхәсләшеүселәр һеҙҙе күрә алмауын да әйтә, ә тәнҡитләгәндәр, хаталарығыҙға күрһәтеп, ярҙам итергә уйлай.
Үкенескә ҡаршы, бөгөн күптәр етди, ихлас аралашыу булма­ған­лыҡтан ыҙалай. Ҡайһы саҡта сит ке­шенең ҡыҫылыуы, аяуһыҙ ысын­барлыҡ, хатта оялтырлыҡ, йөҙгә ҡы­ҙыллыҡ килтерерлек, күңе­ле­беҙҙе асырлыҡ һөйләшеүҙәр бик кәрәк. СМС-хәбәрҙәр, электрон хаттар – ошондай асыҡтан-асыҡ һөй­ләшеү­ҙәрҙән ҡасыу ысулы. Яҙылған хәбәргә әйтер һүҙеңде уйлап, иң уңайлы һорауҙы һайлап ҡына яуап яҙаһың. Әңгә­мә­сең күҙҙәреңде, хәлең­де, тулҡын­ла­ныуыңды, асыулы йө­ҙөңдө, хатта алдауыңды ла һиҙмә­йәсәк. Ба­рыһы ла үҙегеҙҙең ҡулда. Башҡалар ҡаушауығыҙҙы, тулҡын­ланыуығыҙҙы ла күрә алмаясаҡ.
Кешеләр үҙҙәренә эшләгән образдарҙы ҡарап, “Бәйләнештә” сайтындағы аккаунттарҙы байҡап сығығыҙ. Төрлө форумдарҙа, блог­тарҙа, төркөмдәрҙә әллә күпме яңы дуҫтар табып, үҙҙәрен “төн хужаһы” итеп күрһәткән хәлдә лә, ҡайһы бер борсоған уйҙарын бер кемгә һөйләй алмағандар күп, сөнки кешеләрҙең һеҙҙе яңылыш аңлауы ихтимал. Бына ошо инде яңғыҙ­лыҡтың сиге.




Вернуться назад