Енәйәт тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре баш ҡалалағы магазинда төнгөлөккә ҡалып, өҫ-башын яңыртҡан 24 йәшлек ауыл егетен тотҡан.Иртән эшкә килгән һатыусы енәйәт эҙҙәрен күреү менән полициялағы дежур бүлеккә шылтыратҡан. Ике сәғәттән енәйәтсе ҡулға ла алынған.
Билдәләнеүенсә, енәйәтсе матди хәлен үҙенсәлекле алым менән яҡшыртырға булған. Кис магазинға инеп, эш ваҡытының аҙағынаса йәшенеп ҡалған. Һөҙөмтәлә егет кейемен дә яңыртҡан, кеҫәһен дә бер аҙ “ҡалынайтҡан”. Тик байлығын “йыуған” мәлдә уны ҡулға алғандар.
Башҡортостан Прокуратураһы,
Эске эштәр министрлығы
мәғлүмәттәре буйынса.