Балаларҙы тала ла байы, имеш16.02.2016
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында үҙен полиция хеҙмәткәре тип танытып, мәктәп уҡыусыларының телефондарын талап йөрөгән 19 йәшлек егет ҡулға алынған.

Йыл башынан полиция бүлегенә халыҡтан бер үк йөкмәткеле ғаризалар килә башлаған: барыһы ла йәш кешенең телефондар тартып алыуы хаҡында хәбәр итә икән. Патруль-пост хеҙмәткәрҙәре шик тыуҙырған ирҙе тотоп полиция бүлегенә алып килгәс, урланған смартфондарҙың береһе егеттең кеҫәһендә табылған.
Тикшереү барышында балаларҙы нәҡ уның талауы асыҡланған. Үҙен полиция хеҙмәткәре тип танытҡандан һуң, ул балаларға мәктәптәге насар холҡон ата-әсәһенә хәбәр итергә кәрәклеген белдергән, ти. Уҡыусы кеҫәһенән телефонын сығарыу менән, уны ҡулынан тартып алып, ҡасыр булған.
Енәйәтсе әле һаҡ аҫтында. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Вернуться назад