Матур булайым тиһәң...07.03.2012
Дөрөҫ макияж һалыу өсөн биттең бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, күҙ ҡабағына инлек һөртөүҙең дә үҙ сере бар. Макияж дәрестәре һеҙгә дөрөҫ биҙәнергә өйрәтер һәм һөйкөмлөлөк өҫтәр.
- Күҙҙәр ҙурыраҡ күренһен өсөн асыҡ төҫтәге инлекте ҡаш аҫтына һөртәләр.
- Сағыу инлекте тик кис ҡулланалар. Ә көндөҙ һоро, йәшел, аҡһыл көрән төҫтәргә өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ.
- Әгәр күҙ ҡабағы тар икән, ялтырап торған һәм перламутр инлек һөртмәгеҙ.
- Күҙегеҙ төпкә батыңҡырап торһа, һайлап алған инлекте өҫкө күҙ ҡабағына һәм аҫҡыһының тышҡы мөйөшөнә лә һөртөгөҙ. Уны бәләкәй биҙәнгес бумала менән ҡашҡа табан йүнәлтеп таратығыҙ.
- Күҙ ҡабағы шешмәкләнеп торһа, инлекте күҙ ҡабағының аҫҡы өлөшөнә һәм күҙҙең мөйөштәренә өсмөйөш рәүешендә һөртөгөҙ.
- Күҙ төҫөндәге инлекте һайлаһағыҙ, күҙҙәр сағыулығын юғалтыр.
- Алһыу инлекте үҙ итһәгеҙ, керпектәрҙең эргәһенә иң элек ҡарараҡ төҫтәге инлекте һөртөгөҙ, унан һуң алһыуын ҡулланығыҙ, юғиһә күҙҙәр йәшкәҙәгән кеүек күренер.


Вернуться назад