Табышҡа... “эшҡыуар”16.02.2016
Өфө районының Зубов ҡасабаһында урынлашҡан автозаправкаға ике ир йүгереп килеп ингән дә, үлтерәбеҙ тип янап, ҡарауылсы менән бина хужаһын бәйләп ҡуйған, һуңынан, эшҡыуарҙы үҙҙәре менән алып, күҙҙән юғалған. Ошо факт буйынса Федераль тәфтиш комитетының төбәк бүлексәһе Рәсәй Енәйәт кодексының 126-сы статьяһы (кеше урлау) буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙең шәхесен асыҡлағас, уларҙың маршруты билдәләнгән. Оҙаҡламай Благовещен районында машиналарын да туҡтатҡандар. Салонда эшҡыуар менән ике Дағстан кешеһе ултырған булған. Енәйәтселәр ҡулға алынып, тикшереү органдарына тапшырылған.