Яңы йылдың тәүге төнө ине...16.02.2016
Яңы йылдың тәүге төнөндә Өфөлә ҡылынған талауҙы фашлар өсөн енәйәт тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәренә бер нисә аҙна кәрәк булған.

Зыян күргән ҡатын белдереүенсә, Ленин урамындағы йорттоң подъезы буйында билдәһеҙ берәү уның телефонын, банк карталарын һәм аҡсаһын тартып алған. Енәйәтсенең билдәләрен хәтерләмәй. Бәхеткә күрә, аҙаҡ магазинда урланған банк картаһы менән иҫәпләшкәндә видеокамераға теркәлере уғрының башына ла инмәгән.
34 йәшлек ирҙе тиҙ арала ҡулға алғандар.


Вернуться назад