Енәйәтселеккә көрсөк янаймы?16.02.2016
Иҡтисади ауырлыҡтар менән бер рәттән Рәсәйҙә енәйәттәр ҙә артты: урлашыу һәм мутлашыу осраҡтары йышайҙы, теркәлмәгән ҡорал йөрөтөү­селәр күбәйҙе. Белгестәр бының сәбәбен финанс көрсөгөнә бәйләй һәм полиция хеҙмәткәрҙәре һанының ҡыҫҡартылыуында ла күрә.

Былтыр, Рәсәйҙең Эске эштәр ми­нистрлығы хәбәр итеүенсә, 2014 йыл менән сағыштырғанда, закон боҙоу осраҡтары 202,1 меңгә арт­ҡан, йәғни дөйөм һан ике миллион ярым тәшкил иткән.
Теркәлгән енәйәттәрҙең 46 проценты урлауға һәм талауға бәйле. Яңылыҡтарҙан билдәле булыуынса, террористик эшмәкәрлек әүҙем­ләшкән (1531 енәйәт), экстремизм­дың да көсәйеүе билдәләнә (1308). Һуңғыһы Интернет селтәре аша ҡылынған енәйәттәрҙе фашлауға, Рәсәйҙең Енәйәт кодексына “Террористик берекмә ойоштороу”, “Террористик ойошмаларҙың эшмәкәр­легендә ҡатнашыу”, “Террористик эшмәкәрлек маҡсатында уҡыу” кеүек статьяларҙың өҫтәлеүе һөҙөмтә­һендә асыҡланған закон боҙоу осраҡтарының теркәлеүенә бәйле.
Ҡайһы бер енәйәттәр һанының аҙайыуын да билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, зыян килтереү, үлтереүҙең “ауыр” статьялары буйынса кәмеү (6-7,2 процентҡа) һиҙелә. Наркотик таратыуға бәйлеһе лә 7,4 процентҡа аҙайған.
Шик аҫтындағыларға килгәндә, законды күберәге Рәсәй граждандары боҙа. Бары 3,8 процент енә­йәтте сит илдән килеүселәр баш­ҡарған. Шулай ҙа, 2014 йылға ҡарағанда, эмигранттарҙың законды һанға һуҡмау осраҡтары 4,4 про­центҡа артҡан.
Ләкин илдә иҡтисади хәл ауырлашҡан мәлдә эшһеҙҙәрҙең тамаҡ аҫрау өсөн еңел юлға баҫыуын бер нисек тә аҡлап булмай. Һуңғы арала банк карталарынан аҡса “һурыу” киң таралды. Был йәһәттән һәр кем һаҡлыҡ сараларын күрергә һәм уяу булырға тейеш. Ошо хаҡта уйланғанда ниңәлер Динис Бүләковтың “Упҡын ситендәге бейеү”е иҫкә төшә. Хәҙер бейеү упҡындың төбөндә дауам иткән кеүек.





Вернуться назад