“Ҡойма һуҡһаң, улым, матур яғы күршеләргә булһын...”16.02.2016
“Ҡойма һуҡһаң, улым, матур яғы күршеләргә булһын...” Урамда йөрөгәндә, биналарға ингәндә, йәнә башҡа урындарҙа ла шундай күренештәр осрай: бер урындан ҡасаһы, бер урында мәңге ҡалаһы килә. Юҡ, эш ерлеккә бәйле түгел, ә шундағы кешеләрҙең мөнәсәбәтендә сағылған яҡшылыҡ менән яманлыҡҡа ҡайтып ҡала...

Алыҫтан күреү һәләте насарыраҡ, шуға магазин витриналарында торған әйберҙәрҙе йә уларҙың хаҡын ҡайһы берҙә төҫмөрләп тә булмай. Был осраҡта һатыусынан ярҙам һорарға тура килә.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙә борсаҡ бармы ул?
Урта йәштәрҙәге һылыу ғына ҡатын, сырайын һытып:
– Барыһы ла витринала! – тип ҡырт киҫте.
– Һуң... Насарыраҡ күрәм бит...
– Улайһа, күҙлек кейергә кәрәк! Хәҙер һәр береһенә тотош ассортиментты һөйләп торайыммы ни, ә әйберҙәрҙе ни өсөн теҙгәнмен?!
Ни ҡылаһың, ниәтләгән әйбереңде алмайынса сығыуға табан боролаһың. Күҙлекте онотоп та ҡалдыраһың бит ҡайһы саҡта... Туҡталышта ла ҡатмар­лыҡтар тыуа, маршрут автобустарының һаны, бигерәк тә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында, күҙгә насар салына. Һораша башлаһаң, аҡылынан яҙған кешегә төбәлгән кеүек ҡараштарға тап булаһың...
Бер мәл автобусҡа ҡара күҙлек кейгән, таяҡ тотҡан егет инде. Бер ара­уыҡ ваҡыт барғас, телефонын ҡулына алды, кире кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. “Ал­даҡсы! Телефон йөрөтәһең бит, һин һуҡыр түгелһең!” – тип киләһе туҡ­та­лышта кондуктор уны ишеккә ҡарай ҡыуа башланы. Телефон төй­мәләренең һандар теҙмәһен ҡапшап та баҫҡыларға мөмкин бит... Ишетеү өсөн дә ҡара күҙлек ҡамасау түгел. Тик бәғзеләр быны аңларға теләмәй, ахыры.
Бер таныш апай менән һөйләшеп торғайныҡ. Күптән түгел банкка кредитын түләргә барған икән, шунда иҫ китмәле күренешкә шаһит булыуын бәйән итте. Олпат кәүҙәле ир, йыйылған сиратты инҡар итеп, алға ынтыла. Түҙемлеге шул ҡәҙәре лә сикле булғандыр инде, хатта ғәҙеллекте даулап ҡаршы сыҡҡан оло йәштәрҙәге инәйҙе ситкә төртөп осора. Ир-ат тып-тын, ә ҡатын-ҡыҙ күҙендә – ҡурҡыу. Бары йәш кенә ҡыҙ ямандың юлын киҫергә тәүәккәлләй. Нәфис затҡамы инде тупаҫ көс менән һынашыу... Ә тегеһенә, көс булғас, аҡыл кәрәкмәйҙер – йәнә йоҙроҡ һелтәй ҙә артабан һис ҡаршылыҡһыҙ маҡсатына ирешә.
Бындай күренештәрҙе бихисап теҙергә була. Күңел әсенеүҙәре лә әленән-әле яңырып тора. Был тәүге көн түгел, һуңғыһы булыуы ла икеле. Ана, Рәйес Түләк нисәмә йыл элек үҙенең “Күршелек” шиғырында кеше­ләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен сағыл­дырған:
“Ҡойма һуҡһаң, улым, матур яғы
Күршеләргә булһын.
Баҫып китһә ҡайғы-моң даръяһы,
Күршеләргә ҡул һон.
Күршең йәйәү, һин булһаң да атлы,
Киҫмә уның юлын.
Күрше хаҡы беҙҙә – тәңре хаҡы,
Беләһең бит, улым...”
Атай, ауыл буйлап әле лә бар
Һынамаға байҡап уҙғаным
Һәм һыҙғаным эстән, күрә йөрөп,
Күрше хаҡын күрше боҙғанын.
Берәү, ана, хатта сөйләп ҡуйған
Күршеһенә илткән ҡапҡаһын
(Ах, күрмәһәм ине шул ҡапҡаны
Ҡара ҡайғы килеп ҡаҡҡанын)...
Йәштәрҙе әйт, үҙҙәре лә йөрөй...
Йөрөмәгән ҡайҙа – ҡайҙарҙан?!
Күрше ауыл егеттәрен төндә
Ерле юҡҡа туҡмап ҡайтарған...
Бер ил батырған бит күршеһенең
Бер изгелек ҡылған карабын...
Ҡойма һуҡһаң, улым, матур яғы
Мотлаҡ күршеләргә ҡараһын.
Әлбиттә, ҡойманың матур яғын күршеләргә ҡаратып ҡуйғандар ҙа юҡ түгел. Донъяны яҡтыртып тороусылар ҙа табыла. Тик ундайҙарға был ер әлегә әҙер түгел кеүек тойола. Кеше­ләргә ут алып килгән Данко кеүек улар...
Ғинуар башында Ырымбур – Орск юлындағы ҡарлы буранда юлдары киҫелеп, туңыуға дусар булғандар ха­ҡында мәғлүмәтте яңылыҡтарҙа бары­һы ла күргәндер. Шундағылар ара­һынан Ҡыуандыҡ районының полиция хеҙмәткәре Данил Мәҡсүтовтың кешелеклелеге һоҡландырғыс күренеш булараҡ хәтерҙәрҙә уйылды. Берәү­ҙәргә, шул бурандан аралайым тип, бүреген, бейәләйен һәм бушлатын сисеп биргән ул. Тик был аҙымы өсөн бар­маҡтары менән хушлашырға мәж­бүр булған... Әммә шул ваҡытҡа ҡайт­ҡанда, тимәк, Данил үҙен уйлап та бирмәгән, ә эргәһендәге кешеләр өсөн яуаплылыҡ тойған... Мин шундай кеше­ләр менән буранда туңырға әҙер булыр инем, йылыла дауылдарҙан да әсе ҡараштар менән осрашҡансы...


Вернуться назад