Төндә лә йөрөйҙәр12.02.2016
Хәҙер төндә лә “Өфө” аэропортынан йәмәғәт транспортында ҡайтырға мөмкин. Көньяҡ автовокзалдан аэропортҡа тиклем “101К” махсус маршруты йөрөй.

Ҡаланан автобус киске 10-сы яртыла, 23 сәғәт 25 минутта, төнгө 2-се яртыла, 3-тә, 5-се яртыла юлға сыға. Аэропорттан Өфөгә иһә киске 11-се яртыла, 00 сәғәт 15 минутта, 2 сәғәт 15 минутта, 3 сәғәт 15 минутта һәм 5 сәғәт 15 минутта ҡуҙғала.
Юл хаҡы — 45 һум, багаж өсөн — 15 һум. Пассажирҙарҙы уңайлы “Мерседес” автобусы йөрөтә.


Вернуться назад