Аһ, был ҡатын-ҡыҙҙы аңлауы бигерәк ҡыйын: уға ярап та, оҡшап та булмай, тип көйәләнә ир-ат. Бәлки, улар, ысынлап та, хаҡлылыр. Ҡатын-ҡыҙ күңеле көнөнә әллә күпме үҙгәреп тороусан бит. Шулай ҙа һөйөклөләренең ни оҡшатҡанын белгәндәр өсөн бүләк һайлауы ҡыйынға тура килмәй. Был йәһәттән Әбйәлил районының Хәмит ауылында йәшәүсе Салауат Ғүмәровҡа ҡатыны Раиса Кәлимулла ҡыҙы өсөн, бүләк эҙләп йөрөйһө түгел: ҡәҙерлеһенә иң яратҡан әйберен һатып ала. Нимә тип уйлайһығыҙмы? Әйтәйем: иҫ киткес сағыу, күҙҙең нурын алырлыҡ кешмир шәл ул!
Тормошта һәр ҡатын-ҡыҙҙың яратҡан шөғөлө була: кемдер гөлдәр үҫтерһә, икенселәре ҡул эштәре менән шөғөлләнә, бәғзеләре тәмлекәс бешерергә ярата. Ә шәлгә ғашиҡ һәм уларҙы йыйыусы ҡатын-ҡыҙҙы тәүләп осратҡас, ғәжәпләнеүемдең иге-сиге булманы. Уның тик кешмир шәлдән генә торған күргәҙмәһен күреп, төрлө төҫтәр араһындағы матурлыҡҡа таң ҡалдым. Шәлдең шундай илаһилыҡ һәм нәзәкәтлек тыуҙыра алыуын, ҡатын-ҡыҙ иңендә йәйғор төҫө балҡытып, нурланып китеүен күреп, һушым китте. Раиса Кәлимулла ҡыҙының һәр шәле хаҡында ихласлыҡ менән һөйләүе, ҡайҙан алғаны, ниндәй кейемгә килешә, ҡайһы саҡта ябынырға йәки пальто аша сығарып һалырға икәнлеген сәғәттәр буйы тыңларға мөмкин ине. Ул үҙенең күңел йылыһы һалған, матурлыҡҡа саҡырған, ҡатын-ҡыҙҙы тағы ла һөйкөмлөрәк һәм серлерәк иткән шәлдәре тураһында әллә күпме нәмә белә, төрлө китап уҡый. Хатта һәр береһенең ситенә шәлдең нисек аталыуын, ниндәй илдә сыҡҡанына тиклем яҙып ҡуйған.
— Бәләкәйҙән өләсәйемдең шәлен ҡулыма алып, ябынып үҫтем, — ти Раиса Мансурова. — Уларҙы ныҡлап йыя башлауыма алты йылдан ашыу ваҡыт үткәндер. Кешеләрҙән һорап йәки нимәгәлер алмаштырып алмайым, барыһы ла шәхсән үҙемдеке. Тәүҙә һатып алдым, ә был шөғөлгә ныҡлап тотоноуымды белгән ирем һәр байрам уңайынан бүләккә шәл алып ҡайта башланы. Артабан туғандар, таныштар, хатта бергә эшләгән коллегалар ҙа тик шәл бүләк итә. Күреп тораһығыҙ, — тип шәлдәренә күрһәтеп, һүҙен дауам итә әңгәмәсем. — Барыһы ла төрлө-төрлө, бер-береһенә оҡшамаған. Бөгөн минең 50-ләп шәлем бар.
Күбеһен Раиса Кәлимулла ҡыҙы почта аша яҙҙырып йәки төрлө ерҙә һатып алған. Бер кешмир шәлдең генә хаҡы яҡынса ике мең тирәһе торғанлығын иҫәпкә алғанда, уның өсөн был шөғөл ярайһы уҡ сығым талап итә. Шулай ҙа күңеле ҡушҡан, үҙенә оҡшаған шөғөлдө һайлауына үкенмәй ул, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙа матурлыҡ һәм гүзәллек тыуҙыра алыусы шәлдәрҙе йыйыуына ғорурлана. Борон-борондан кешмир шәл ҡатын-ҡыҙ гардеробындағы иң ҡәҙерле әйбер иҫәбенә кергән. Уны батша ҡатындары ғына ябына алған, һәр илдең иң бай сауҙагәрҙәре кешмир шәл менән һатыу иткән, уларҙы Һиндостан, Франция, Египет илдәренән килтерер булғандар. Шәлдәрҙең формаһы — түңәрәк, оҙонса, дүрткел булып ҡалһа ла, биҙәктәре йылдан-йыл үҙгәреп, төҫтәре төрлөсә була бара. Әммә тәғәйенләнеше йылдар дауамында һаҡланған, ҡатын-ҡыҙҙың иң яратҡан әйберенә әүерелгән.
Бөгөн шәл алырға теләүселәргә бар шарттар бар, улар интернет-магазиндар аша ла һатыла. Раиса Мансурова ла был уңайлыҡтан йыш файҙалана, матур шәл күрһәм, алмайынса булдыра алмайым”, — ти. Был матурлыҡты һандыҡтарға ғына һалып ҡуймай, көн һайын файҙаланыуы менән дә маҡтауға лайыҡ минең геройым. Һәр иртән эшкә ул шәлен ябынып килә. Яратҡан шәленең йылыһы үҙен генә түгел, ә бар тирә-яҡты ла йылытыуын, уның матурлығынан бар донъя нурланып китеүен тоямы икән Раиса Кәлимулла ҡыҙы?! Тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған кешмир шәлдең шул тиклем илаһилыҡ һәм серлелек тыуҙыра алыуына ғәжәпләнеп, һеҙ ҙә байрамға ҡәҙерлеләрегеҙгә кешмир шәл бүләк итегеҙ. Яңылышмаҫһығыҙ, тип уйлайым.
Кәримә УСМАНОВА.
Әбйәлил районы.