Инвалид тамғаһы ҡуйылһа ла12.02.2016
Инвалид тамғаһы ҡуйылһа ла Бер танышымдың: “Машинаға “Инвалид” билдәһен ҡуйып алғас, рәхәткә сыҡтым, “гаишник”тар ҙа туҡтатып бармай! – тип һөйләгәне иҫтә. 6 февралдән бындай мутлыҡҡа юл ябыла, сөнки ошоға бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә шаҡтай төҙәтмәләр индерелде.

Бынан һуң “Инвалид” билдәһе ҡуйылғандар үҙенең физик мөмкинлеге сикләнгәнлеге хаҡындағы документын йөрөтөргә тейеш.
Ундайҙарға бер аҙ ташлама бар: тәғәйенләгән махсус урында машинаһын түләүһеҙ ҡалдыра алалар. Хатта “Ҡалдырыу тыйыла”, “Хәрәкәт тыйыла” тигән иҫкәртеүҙәр ҙә уларға ҡағылмай. Әммә һуңғы йылдарҙа был ташлама менән файҙаланған йомробаштар шаҡтай артып китте. Уларҙың мутлығын фашлау өсөн инспекторҙарҙың тейешле хоҡуғы булманы, сөнки инвалидлыҡты раҫлаған танытма мотлаҡ һаналманы. Хәҙер физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе пассажир булараҡ йөрөткәндәргә лә ошондай уҡ талап ҡуйыла.


Вернуться назад