Һин ниндәй шофер?12.02.2016
Күҙегеҙҙе даими тикшертеп тораһығыҙмы?
а) йылына бер тапҡыр;
б) ике тапҡыр;
в) насар күреүемде тоя башлағас.
Иртән үҙегеҙгә ҡыйын буласағын белгән хәлдә лә иҫерткес эсемлек ҡулланаһығыҙмы?
а) эйе;
б) юҡ;
в) ҡайһы саҡта.
3. Рулгә ултырыр алдынан дарыу ҡабул итәһегеҙме?
а) юҡ;
б) көн һайын рулгә ултырғанда, дарыуҙы аҙнаға бер тапҡыр;
в) кәрәк булғанда, көн һайын тиерлек.
4. Үтә асыуланған ваҡытта рулгә ултыраһығыҙмы?
а) эйе;
б) сәфәрҙе кисектереп торам;
в) бер аҙ тынысланғас.
5. Юлға сығыр алдынан һәр ваҡыт тикшерәһегеҙме?
А – машина аҫтында таптар барлығын:
а) эйе;
б) юҡ;
в) ваҡыт булғанда.
Б – тәгәрмәстең тынын:
а) ҡайһы ваҡыт, алыҫ юлға сығыр алдынан;
б) эйе, юлда көтөлмәгәнлекте яратмайым;
в) ҡайһылыр тәгәрмәс тын сығарһа, уны тикшермәйенсә лә һиҙәм.
В – май күләмен:
а) эйе;
б) юҡ;
в) уңайы тура килгәндә.
Г – бакта бензиндың барлығын:
а) үҙем тикшерәм;
б) күрһәткес приборға ышанам;
Д – радиаторҙа һыу барлығын:
а) ҡышын был мотлаҡ, йылдың башҡа миҙгелендә бушҡа ваҡыт сарыф итеү;
б) эйе;
в) юҡ.
Е – артҡы яҡты ҡарау өсөн ҡуйылған көҙгөнөң торошо:
а) ҡала буйлап йөрөгәндә, мотлаҡ;
б) эйе;
в) юҡ, әгәр бер-бер хәл була ҡалһа, көҙгө генә ярҙам итә алыуы икеле.
6. Двигателде ҡабыҙғанда КИП күрһәткестәрен тикшерәһегеҙме?
а) ниндәйҙер мөһим эш менән булһам, ҡарамауым да бар;
в) һәр ваҡыт;
в) юҡ.
7. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәйһегеҙме?
а) һәр ваҡыт;
б) яҡын-тирәлә ГИБДД хеҙмәткәре торған саҡта ғына;
в) юҡ.
8. Рулдә тәмәке тартыу ғәҙәте бармы?
а) бынан баш тарта алмайым;
б) юҡ;
в) ҡайһы ваҡытта.
9. Юлда арып китһәгеҙ, нимә эшләйһегеҙ?
а) тартып, бер аҙ тән яҙып алыу өсөн туҡталам;
б) арыуға ҡарамаҫтан, юлды дауам итәм.
10. Һеҙҙең алдағы машина әкрен генә китеп бара. Быға нисек ҡарайһығыҙ?
а) уны бары рөхсәт ителгән урында уҙып китәм;
б) бер нимәнән дә ҡурҡып тормай уны уҙып китәм;
в) асыуымды килтерһә, бер ниндәй ҡағиҙәгә лә ҡарамай уҙып китәм.
11. Свечаны таҙарта, тәгәрмәс алмаштыра, ғөмүмән, берәй еңелсә етешһеҙлекте төҙәтә беләһегеҙме?
а) ҡатмарлы булмаһа, тотоноп ҡарайым;
б) әлбиттә;
в) юҡ, автосервис хеҙмәтен һайлайым.
12. Юл сатында туҡтаған шофер ҡул болғай. Һеҙ уға ярҙам итәһегеҙме?
а) кәйеф яҡшы булғанда ғына;
б) шунда уҡ;
в) юҡ.
13. Рулдә килеш һөйләшеүегеҙ һеҙҙең иғтибарҙы ситкә йүнәлтәме?
а) ҡайһы ваҡыт;
б) юҡ, кәрәк булһа, һөйләшеүҙән туҡталам;
в) ҡатыным йыш ҡына иғтибарлыраҡ булырға иҫкәрмә яһай.
14. Хәүефле боролошта сибәр ҡыҙыҡай һеҙгә ҡул болғай. Шунда уҡ туҡтайһығыҙмы?
а) әлбиттә!
б) юҡ, бары ҡурҡыныс урынды үткәс.
1б, 2б, За, 4б, 5а, 5Аа, 5Бб, 5Ва, 5Га, 5Дб, 5Еб, 6б, 7а, 8б, 9а, 10а, 11б, 12б, 13б, 14б һорауҙарына ыңғай яуаптар өсөн – икешәр, 1a, 2в, 3б, 4в, 5Ав, 5Ба, 5Бв, 5Да, 5Еа, 6а, 76, 8в, 10в, 11а, 12а, 13а һорауҙарына берәр мәрәй яҙығыҙ.
31-ҙән күберәк мәрәй йыйылһа, һеҙ – шәп шофер. Машинаны яҡшы йөрөтәһегеҙ, ҡатмарлы юл-транспорт ваҡиғаларында юғалып ҡалмайһығыҙ, “тимер ат”ы “тешләшкән”дәргә ярҙам итә алаһығыҙ. Бөтә водителдәр ҙә һеҙҙең кеүек булһа, юл фажиғәләре күпкә аҙайыр ине.
21 – 31 мәрәй. Һеҙ ҙә насар түгел. Әммә үтә шәп тип әйтеп тә булмай. Ҡайһы ваҡыт тәртипте һанламайһығыҙ. Әгәр юл ҡағиҙәләрен әллә ни яҡшы белмәһәгеҙ, уны өйрәнеү, иң мөһиме – үтәү кәрәк.
21-ҙән әҙерәк мәрәй. Һеҙ әлегә машинаны яҡшылап йөрөтә белмәйһегеҙ. Күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк әле. Рулгә ултырыр алдынан үҙегеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ хаҡында уйламаһығыҙ ҙа, яҡындарығыҙҙы хәстәрләгеҙ. Һеҙҙең арҡала ҙур бәләгә тарыуҙары ихтимал.