Йылмайып-көлөп кенә12.02.2016
Ниндәйҙер ултырышҡа ҡабаланған министр шоферына тиҙлекте шәбәйтергә ҡуша. Әммә егет “гаишник”тарҙан ҡурҡа. Министр рулгә үҙе ултыра ла ен урынына ҡыуа башлай. Юлда уны полиция инспекторы туҡтата һәм документын күрһәтеүен һорай. Министр танытмаһын һона. Уны инспектор текләп ҡарай ҙа артабан юлды дауам итергә рөхсәт итә. Шунда уҡ уның янына хеҙмәттәше килеп етә лә кем булыуы, ни өсөн уға яза билдәләмәүе менән ҡыҙыҡһына.
– Белмәйемсе, кем булғандыр, – тип яуаплай инспектор, – шуныһы ғәжәп, уның шоферы министр ине.
* * *
Берәү ҡатыны менән автомобилдә китеп бара. Уларҙы гаишник туҡтата ла тиҙлекте арттырған өсөн штраф менән янай. Ир машинанан сыға ла бәхәсләшә башлай.
– Мин 60 менән китеп бара инем.
Гаишник:
– 70!
– 60!
– 70!
Шул мәл машинанан ҡатыны килеп сыға:
– Иптәш милиционер, эскән сағында минең ирем менән бәхәсләшеү урынһыҙ.
* * *
– Һин ни өсөн ГИБДД посы эргәһенән әкренерәк барғанымды беләһеңме?
– Юҡ, ә ни өсөн?
– Улар бәләкәй бала кеүек бит, ҡапыл ғына юлға йүгереп сығыуҙары бар.
* * *
Ир “УАЗ”-икта китеп бара. Уны “гаишник” туҡтата:
– Һеҙ тиҙлекте 140-ҡа еткергәнһегеҙ.
Ир кабинанан сыға ла асҡысты инспекторға һуҙа:
– Бына асҡыс, йөҙгә тиклем еткерә алһағыҙ, һеҙгә штрафты өс мәртәбә арттырып түләйем.
* * *
Атаһы инспектор булып эшләгән улын уята:
– Тор инде, балам, тор, етенсе ярты булды бит!
– Атай, иртә бит әле!
– Нисек иртә булһын? Улар хәҙер ярты сәғәт бушлай елдерә!
* * *
“Гаишник” юл хәрәкәтен боҙоусыны туҡтата. Тегеһе:
– Иптәш капитан, зинһар, ғәфү итегеҙ инде, мин самолетҡа һуңлайым. Ярай, тиҙлекте аҙ ғына арттырғанмындыр, –тип аҡланып маташа.
“Гаишник” яҙыуын күрһәтә:
– Бында нимә тип яҙылған?
– ДПС.
– Нисек тәржемә ителгәнен беләһеңме?
– Юҡ.
– “Давай полтинник сразу”.
Шофер:
– Иптәш капитан, ниндәй полтинник, аҡса юҡ, мин бит командировкаға китеп барам, һуңынан ғына бирәсәктәр. Ғәфү итегеҙ инде, зинһар!
– Аҡсағыҙ юҡ икән, рәсми рәүештә протокол тултырабыҙ.
“Гаишник” ҡабаланмай ғына яҙа башлай. Шофер түҙемһеҙләнә:
– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Мин самолетҡа һуңлайым бит.
– Мин бер нәмә лә белмәйем... Законға ярашлы штраф түләгеҙ.
Шофер ҡағыҙҙағы яҙыуҙы күрә: 100 һум штраф.
– Иптәш капитан, һеҙ “полтинник” тинегеҙ бит!
Инспектор йәнә баяғы яҙыуҙы күрһәтә:
– Кире яҡтан нисек уҡыла?
– СПД.
– Хәҙер аңлайһыңмы?
– Юҡ.
– Скупой платит дважды.