Бүләккә – автобус!12.02.2016
Өфөлә “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһына яңы автобустар тапшырыу тантанаһы булды. Газ яғыулығында эшләгән 22 “НефАЗ”, федераль инвестиция программаһына ярашлы, бюджет аҡсаһына һатып алынған.

Һуңғы ике йылда “Башавтотранс” 125 “НефАЗ” һәм үҙ иҫәбенә 100 “ПАЗ” һатып алды. Шулай итеп, ойошма паркы 20 процентҡа яңыртылды.
– Был предприятиеға, ҡалаға нимә бирә? Беренсенән, газ дизель яғыулығына ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ, сығымдар аҙыраҡ буласаҡ. Ҡалала экологик хәл яҡшырасаҡ. Бынан тыш, автобустар Башҡортостанда етештерелгән, уларҙы үҙебеҙҙең баҙарҙа һатып алыу иҡтисади һөҙөмтә бирә, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный.
“Яңы автобустар” – предприятиеның 95 йыллығына республиканан яҡшы бүләк. Был “НефАЗ”-дар техниканың һуңғы ҡаҙанышы буйынса эшләнгән, пассажирҙар өсөн уңайлы”, — тине “Башавтотранс”тың генераль директоры.


Вернуться назад