Ғүмерҙәр ҡыйылмаһын ине12.02.2016
Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барһаң, республикала ғына түгел, Өфөлә генә лә көн һайын авария осраҡтары булып тора. Былтыр баш ҡала урамдарында 1917 юл фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа барлығы 2 410 кеше йәрәхәтләнгән, 66 кешенең ғүмере ҡыйылған. 2014 йыл менән сағыштырғанда, авариялар һаны ун процентҡа кәмегән.
Күптәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанламай. Закондарҙың ҡаты булыуына ҡарамаҫтан, һаман да рулгә иҫерек килеш ултырғандар бихисап. Ә күпме кеше автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән? Тимәк, бының менән әллә нисәмә юл фажиғәһе кисектерелгән.
Барлыҡ аварияларҙың яҡынса өстән бер өлөшө йәйәүлеләрҙе бәрҙереү менән бәйле. Былтыр 650 осраҡ теркәлгән. Светофор, үткәүел билдәһе торған урындарҙа ла юл бирмәй водителдәр. Әммә йәйәүлеләр ғәйебе менән дә авариялар булып тора. Уҙған йылда, мәҫәлән, улар арҡаһында 266 юл фажиғәһе булған, һөҙөмтәлә 24 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан, ә 254-е йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Йәмғеһе 1 774 юл ҡағиҙәһен боҙоусы яуаплылыҡҡа тарттырылған. Йәнә автобус йөрөтөүселәр ғәйебе менән башҡарылған авариялар һаны ла борсоуға һала.
Өфө урамдарындағы юл фажиғәләре балаларҙы ла урап үтмәй. Былтыр 176 осраҡ булған, ярай әле береһенең дә ғүмере өҙөлмәгән. Киләсәктә балалар бигерәк тә скутер, велосипедта йөрөгәндә иғтибарлыраҡ булһын ине, ти белгестәр.
Юл фажиғәһендә водителдәрҙең авария урынын ташлап ҡасыуы ла ят күренеш түгел. Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамының кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуын күптәр онота. Мәҫәлән, былтыр Өфөлә генә биш кеше ярҙамһыҙ ҡалып, донъя менән бәхилләшкән...