Кобзон да түләргә тейеш12.02.2016
Кобзон да түләргә тейеш Дәүләт Думаһы депутаты, СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзон былтыр барыһы 200 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған: автобустар өсөн тәғәйенләнгән юлдан йөрөгән, тиҙлекте арттырған.

Әммә артист штрафтарын түләргә ашыҡмай. Мәскәү полицияһы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, аҡҡа ҡара менән яҙылған закон бөтә кеше өсөн дә бер булырға тейеш. Шуға улар тәртип боҙоусыны һәр штраф буйынса мотлаҡ административ яуаплылыҡҡа тарттырасаҡ.
Ә Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров ғаиләһе менән һаҡланыу ҡайышын эләктермәгән килеш китеп барғанда “сәп”кә эләккән. Штраф түләү хаҡындағы квитанция уға үҙенең автомобилендә төшөрөлгән видеояҙманы Интернетҡа һалғас килгән. Төбәк башлығы тиҙҙән бурысын ҡайтарасағын белдергән.
Шуныһы ғәжәп: былтыр Ҡадиров юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған барлыҡ туғандарын язаға тарттырырға вәғәҙә биргән һәм штрафын тәүлек әйләнәһендә түләмәгәндәрҙең машинаһын тартып алыу тәҡдиме менән сығыш яһаған.


Вернуться назад