Дәүләт Думаһында ОСАГО-һыҙ йөрөгәндәргә штраф күләмен арттырыуҙы тәҡдим итәләр. Язаны көсәйтеү һөҙөмтәһендә депутаттар ялған полистарға ҡаршы көрәшмәксе.Ғәмәлдән сыҡҡан ОСАГО менән йөрөгәндәргә тиҙҙән Рәсәйҙә яза төрөнөң көсәйеүе көтөлә. Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Емельянов әҙерләгән закон проекты буйынса страховкаланмаған машинаға идара иткән өсөн әлеге кеүек 800 түгел, ә 2,5 мең һумға ҡәҙәр штраф һаласаҡтар.
– Һуңғы ваҡыттарҙа юл-транспорт фажиғәһе башлыса ОСАГО-һы ялған водителдәрҙең ғәйебенә бәйле. Был осраҡта ғәйепле кешенән компенсацияны бары суд аша ғына түләтергә мөмкин. Ялған ОСАГО-лы кеше ғәйебе менән юл фажиғәһенә тарығандарҙың күбеһе машиналарын үҙаллы йүнәтә алмай. Ә инде судлашыу эше, ғәҙәттә, йылдарға һуҙыла. Юл ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә машинаһы зыян күргән водителдәр берҙән-бер аҡса табыу сығанағынан мәхрүм ҡала. Бөгөн штраф ни бары – 800 һум, шуға ла күптәр ошонан файҙалана. Язаһы ҡаты булмағас, мутлашыусылар арта. Закондағы был кәмселекте бөтөрөргә кәрәк, – ти депутат.
Шул уҡ ваҡытта был фекер буйынса ҡараштар төрлөсә. Страховка компаниялары идеяны хуплаһа, ҡайһы бер депутаттар бының кәрәге юҡ тип бара. Йәнәһе, ОСАГО-ның барлығы йә юҡлығы видеокамералар ярҙамында тикшерелә һәм яза ҡотолғоһоҙ булып ҡаласаҡ. Үҙ сиратында хоҡуҡ һаҡсылары, ОСАГО-ның хаҡы ике тапҡырға ҡыйбатланыу сәбәпле, ялған документтарҙан файҙаланыусыларҙың күбәйеүен билдәләй.