Күҙәтәләр. Һаҡ бул!12.02.2016
Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы машина йөрөтөүселәргә йәшерен күҙәтеү ойоштора. Махсус билдәһе булмаған автомобилдәрҙә ултырып, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре федераль, төбәк трассаларҙы тикшерә.
Был саралар юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәмәгәндәрҙе асыҡлау һәм авариялар һанын кәметеү маҡсатында үткәрелә. Әле дәүләт автоинспекцияһы тарафынан “Ҡаршы юл һыҙаты” исемле операция дауам итә.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, үткән йылда ҡаршы юлға сығыу һөҙөмтәһендә булған 112 авария теркәлгән, уларҙа 186 кеше зыян күргән, 60 кешенең ғүмере өҙөлгән.


Вернуться назад