Электроавто кәрәк12.02.2016
Электроавто кәрәк Рәсәй Президенты Владимир Путин 2025 йылға тиклем автомобиль сәнәғәтендә етештереү кимәлен үҫтереү проектын әҙерләргә ҡушты. Ул импортты алмаштырыуға йүнәлтелергә тейеш.
Документта автомобилдәрҙе экспортҡа оҙатыу саралары, илдәге иҡтисади хәлде яҡшыртыуҙа уларҙың һөҙөмтәлелеге күрһәтеләсәк. Проект 1 мартҡа тиклем әҙер буласаҡ. Унда шулай уҡ донъя кимәлендәге ғилми-технологик яңылыҡтарҙы үҙләштереп, электромобилдәр етештереү ҙә яҡтыртылырға тейеш.
Әйткәндәй, Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Дворкович билдәләүенсә, 2016 йылға автосәнәғәтте үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамы күләменең 16 процентҡа артып, 50 миллиард һумға ҡәҙәр етеүе ихтимал. Тап шундай тәҡдим менән Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы сығыш яһаған.
Былтыр автосәнәғәтте үҫтереүгә 43,3 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.


Вернуться назад