Һатып алырға аҡса юҡ12.02.2016
Илдәге иҡтисади хәл был тармаҡта ла үҙен һиҙҙертә. Былтыр Рәсәйҙә машиналар һатыу 36 процентҡа (1,6 миллионға тиклем) кәмеүе ошоноң асыҡ дәлиле. Быйыл да дилерҙарҙың һәм етештереүселәрҙең кәйефе әллә ни ҡыуанырлыҡ түгел – сауҙа былтырғы кимәлдә ҡалыр тип көтөлә.
Дәүләт ныҡ ҡына ярҙам итһә лә, Рәсәй автобаҙары өсөнсө йыл рәттән әллә ни ырата алмай. Мәҫәлән, һәр саҡ алдынғыларҙан һаналған “АвтоВаз”дың етештереү һәләте, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 44 процентҡа төшкән. Рәсәйҙә һатылған сит ил машиналары араһында иң таралғаны – Kia.