Рулдә – ярты быуат!12.02.2016
Рулдә –  ярты быуат! Хәҙер рулдәге ҡатын-ҡыҙ – ғәҙәти күренеш. Ә бит бынан утыҙ йыл элек бик һирәк ханымдар ғына быға тәүәккәлләй ине. Мәҫәлән, Сермән ауылында йәшәгән Венера Бикбаеваның “тимер ат”ты ауыҙлыҡлауына илле йыл үтеп киткән.

Тыумыштан уҡ күңеленә моң, аһәң, ғәм һәм сәм һалынған кешеләр була. Ундайҙар ниндәй өлкәлә генә эшләмәһен, ғүмер дауамында мәҙәниәттән, сәнғәттән айырылмай, һөнәр менән һәләтте пар ҡанат итеп тормош үрҙәренә артыла, кешеләргә шатлыҡ бүләк итә. Венера Мәхмүт ҡыҙы – ана шундайҙарҙың береһе ул.
Венера апай хеҙмәт юлын Сермән “Сельхозтехника” предприятиеһында шофер булып башлай. Был үҙе үк ханымдың ир-егеттәргә хас ныҡыш­маллығы, тәүәккәллеге тураһында һөйләй. X класты тамамлаған ҡыҙ һис икеләнмәй рулгә ултыра. Көндөҙ эштә, ә кистәрен клубҡа йүгерә, сөнки уны ярты ставкаға аккомпаниатор итеп эшкә алалар.
Клубта 1989 йылға тиклем эшләгәс, ул Сермән балалар йортона күсә. 22 йыл ошонда музыка етәксеһе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әммә ул ғүмере буйы сәхнәлә сығыш яһауын туҡтатмай. Әлфиә Миҙхәт ҡыҙы етәкселегендәге “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбленең сәскә атҡан мәлендә лә Венера ханым уның айырылғыһыҙ аккомпаниаторы була.
– Шул осорҙа эшләгән йылдарымды һағынып иҫкә алам, – тип һөйләй Венера Мәхмүт ҡыҙы. – Иң күңелле, ижади үрҙәр яулаған осор булған икән. Балалар йорто тәрбиәсе­лә­ренән “Умырзая” ансамблен ойош­торҙом. Уҡыусылар менән эшләгәндә лә смотрҙарға, конкурстарға күп йөрөнөм. Төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар яуланыҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар дәртләнеп, илһамланып шөғөлләнә торғайны. Әле лә хәл белешеп, рәхмәт әйтеп китәләр. Бер үк ваҡытта ике, хатта өс-дүрт урында эшләгән осраҡтар булды. Тик ултырманым. Аллаға шөкөр, ике ҡыҙыма ла юғары белем алырға ярҙам иттем. Улар ҙа минең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Роза Сермән балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй, Таңсулпан сәнғәт юлын һайланы, Мәскәүҙә йәшәй. “Хаҡлы ялда түгелһеңме ни?” – тип һораһалар: “Сәнғәт юлындағы кеше ял итә белмәй ул”, – тип яуап бирәм.
Венера Мәхмүт ҡыҙы артабанғы юлын мәҙәниәткә арнаһа, рулдән бер ҡасан да төшкәне юҡ. Берәй ҡайҙа концертҡа барырға кәрәк икән, машинаһына уҡыусыларын ултырта ла алға елдерә. Ана шундай уңған ҡатындарға нисек һоҡланмайһың инде!





Вернуться назад