Ни өсөн тыйыла?12.02.2016
– Йондоҙнамәгә ышанырға ярамай, уны Ислам тыя, тиҙәр. Бының сәбәбе нимәлә, Нур­мө­хәмәт хәҙрәт?

Т. БАТЫРГӘРӘЕВА.
Саҡмағош районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмил-ләһир-рах-мәнир-рахим!
Ғилемдең файҙаһы ҙур. Уны өйрәнгән һайын әҙәм балаһының күңеле йом­шарырға, има­нына ҡе­үәт өҫтәлергә тейеш. Әгәр ҙә ки ғилем, киреһенсә, кешене тәкәбберлеккә, мин-минлеккә алып бара икән, ул файҙаһыҙ.
Донъяла әҙәм балаһына кәрәге булмаған, уны хаҡ юлдан яҙҙырған белем өлгөләре лә бар. Мәҫәлән, сихыр. Ул “Ҡөрьән Кәрим”дә зекер ителгән һәм Ислам тарафынан тыйылған.
Йондоҙнамәгә килгәндә, ул элек тә булған. Был хаҡта бер ҡисса ла һөйләп үтәйем. Мысыр батшаһы Фирғәүенгә ҡарата бер саҡ астрологтар: “Ошо йылда донъяға килгән бала тәхетеңдең емерелеүенә һәм һәлә­кәтеңә сәбәпсе булыр”, – тип күрәҙәлек ҡыла. Һөҙөмтәлә вазифаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡыһы килмәгән батша шул йылда тыуған һәр ир баланы үлтертә бара. Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән Муса ғәләйһис-сәләм генә иҫән ҡала, уны Фирғәүен үҙе тәрбиәләй. Уларҙың артабанғы мөнәсәбәте тураһында беләһегеҙҙер. Тимәк, йондоҙнамә ысынлап булған, әммә ул Ислам тарафынан тыйылған. Ни өсөн тигәндә, уны урынһыҙға, кәрәкһеҙгә ҡулланып, әҙәм балаһы үҙенең, башҡаларҙың тормошона, күңеленә зыян килтереүе, тура юлдан яҙҙырыуы ихтимал. Ә мосолмандар һәр ваҡыт күркәм уйлы, матур һүҙле булырға, бер-береһен рухландырып йәшәргә тейеш.
“Күрәҙәсегә барма – башыңа бәлә алма”, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ошондай “яраттырыу­сы”, “уңышҡа юл күрһәтеүсе”ләр күбәйә. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенән тыш ниндәйҙер еңел юл менән ҡаҙанышҡа өлгәшеп булмай ул.
Йондоҙнамә фараздары төрлө мәғлүмәт саралары аша даими таратылып тора. “Бөгөн етди документҡа ҡул ҡуймай тороғоҙ” тигәнде ишетеп, быға ышанып, мөһим эшен иртәгәгә ҡалдырған кешене күҙ алдына кил­терегеҙ. Алда ни булыры билдәһеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма”, – тигән бит.
Ислам – ғилем дине. Белем икһеҙ-сикһеҙ океан кеүек. Күңелгә “там­сы”ларҙың таҙаһын, сафын ғына йыйырға яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад