“Аслыҡҡа ла, юҡлыҡҡа ла бирешмәнек”12.02.2016
“Аслыҡҡа ла, юҡлыҡҡа ла бирешмәнек” Әйләнә-тирәмдәге бөтөн матурлыҡ, яҡшы кешеләр, улар башҡарған изге ғәмәлдәр күңелемә ҡанат ҡуя, йөрәгемә май булып яғыла. Әл-хәмдү лил-ләһ!

Ауылдағы шундай ғаиләләрҙең береһе – Миңһылыу менән Рөстәм Ғималет­ди­новтар. Уңған, булдыҡлы, тырыш кешеләр улар. 77 йәшкә етеп килгән Миңһылыу апай бик матур йырлай, бейей, телгә маһир. Аш-һыуға оҫта, ҡунаҡсыл хужабикә лә ул. Йәш сағында ауыл клубы мөдире булып та эшләп алған.
– Һуғыштан һуңғы ауыр ваҡыт ине, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Миңһылыу апай. – Йәштәр күп, барыһы ла дәртле, талантлы. Таңдан төнгә ҡәҙәр баҫыуҙа, фермала эшләйҙәр ҙә, ҡайтҡас, клубҡа ашығалар. Гөрләп торор ине мәҙәни усаҡ! Күңелдәрҙәге дәрт-дарман, гармун моңо, клуб эсенә һыймайынса, тышҡа урғылып сыға…
Атайым Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булды. Йәшләй тол ҡалған әсәйем биш балаһын бер үҙе үҫтерҙе. Ауыр йылдарҙың нужаһын бөтөн ғаиләбеҙ менән егелеп тарттыҡ. Берҙәмлек арҡаһында аслыҡҡа ла, юҡлыҡҡа ла бирешмәнек.
Рөстәм ағай иһә – ҡала егете. Ауылдағы туғандарына ҡунаҡҡа килгәндә танышҡан ул Миңһылыу апай менән. 1959 йылда өйләнешеп, биш бала үҫтергәндәр. Ауыл тормошон үҙ иткән ир-уҙаман ғүмер буйы ҡура тултырып мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда тракторсы, комбайнсы булып эшләй, алдынғы механизатор булып таныла.
Ғималетдиновтар әле лә күп итеп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Ит-һөт ризыҡтары, еләк-емеш – барыһы ла үҙҙәренеке. Өҫтәүенә өлкәндәр йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Төрлө байрамдарҙы, концерттарҙы ойоштороуҙа һәр саҡ алдан йөрөйҙәр.
– Ата-бабаларыбыҙ тәрбиәле, иманлы, намыҫлы, эшһөйәр булған, – ти Ғималет­диновтар. – Беҙ ҙә дин тотабыҙ, Ислам ҡанундары буйынса йәшәргә тырышабыҙ. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ ҙә шундай. Нәҫел тамырҙарыбыҙҙы дауам итәсәк быуындар ҙа иманлы булыр, иншаллаһ!





Вернуться назад