Аҡ миҙгелгә сафлыҡ өҫтәп12.02.2016
Аҡ миҙгелгә сафлыҡ өҫтәп Республикала йыл башынан бер нисә мәсет асылып та өлгөрҙө. Яңыраҡ, мәҫәлән, Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы ғибәҙәтханалы булды. “Иман нуры” тип атаған уны халыҡ.

...Ҡырпаҡлап яуған ҡар аҡлыҡ илен тағы ла сафландырырға теләгәндәй. Кешеләр күңелендә лә нур артҡан көн бөгөн: тыуған төйәктәрендә иман йорто асыла. Ике йыл элек күмәк көс менән башланған эштең татлы емешен татыған мәл.
– Берҙәмлектә – бәрәкәт, ти халыҡ. Һеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, күмәкләшеп изге төйәгегеҙгә нур өҫтәнегеҙ, ата-ба­баларҙың рухын яҡтырттығыҙ, ҡорған ни­геҙҙәренә ҡот ҡундырҙығыҙ, – тине “Иман нуры” мәсетен асыу тантанаһында Баш­ҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. – Ғибәҙәтхананың ишеге һәр кемгә асыҡ булыр, изге урында халыҡ ихлас аралашыр, фекер алышыр, яҡты маҡсаттар ҡорор, иншаллаһ. Бында намаҙ уҡыу менән бергә ғилем дә эстәлер тигән өмөттәбеҙ. Мәсет айырыуса йәштәребеҙҙе үҙенә ылыҡтырып, уларға дөрөҫ тәрбиә биреү, хаҡ дин юлын өйрәтеү урынына әүерелһен.
Һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Флүс Саҡаев иман йортон төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт әйтте, изге теләктәрен еткерҙе. Эш­те ойошторған, уны атҡарыуға айырыуса тос өлөш индергәндәргә рәхмәт хаты ла тапшырылды. Мәсеттең имам-хатибы Илгиз хәҙрәт Хәкимов иһә ауылдаштарын киләсәктә лә татыу, иманлы булырға, берҙәм йәшәргә саҡырҙы. Аллаһ йорто тантаналы асылғас, халыҡ түргә үтте, Ҡөрьән аяттары, йәмәғәт намаҙы уҡылды.
...Ауылдың үҙәгендә урынлашҡан иман йортоноң эсе лә, тышы ла һоҡланып туй­маҫлыҡ. Ҙур оҫталыҡ, нескә зауыҡ менән төҙөлгән ул. Биләмә ҡойма менән уратып алынған, ял итеү, аралашыу өсөн эскәм­йәләр ҡуйылған. Бәғзеләр “йәшәү ауыр”, “көрсөк” тип көрһөнөүҙән арына алмаған ваҡытта ошондай күркәм йорт ҡалҡытыу – берҙәмлектең, эшһөйәрлектең, илһөйәр­лектең, Аллаһ Тәғәләгә инаныуҙың күркәм өлгөһө.




Вернуться назад