“Математика дәресе”12.02.2016
Бынан ике-өс йыл элек баррелдең нимә икәне хаҡында уйланыу түгел, нефть тураһында ла йүнләп баш ватҡан юҡ ине. Тик нужа иҡтисадсы ла итер, хисапсы ла яһар шул.

Донъяуи мәсьәләләрҙе белеү хәстәрен инде балалары иңенә тапшырып ҡуйырға тейеш әсәйем бер көндө: “Улым, ана, тағы нефттең хаҡы төштө бит. Ни булыр инде?” – тип аптыратты. Ни булырынан бигерәк инде етмешкә табан атлаған оло кешене шундай һорауҙарҙың борсоуы уйға һалды. Үҙе лә нужаны ише­теп кенә белмәй бит, балалары өсөн ҡайғырыуылыр. Ысынлап та, бөтә ил менән иҡтисадсыға әйләндек тә киттек, тотош бер математика дәресе барамы ни: иҫәпләгән булабыҙ, юрайбыҙ. Әйтерһең дә, беҙҙең тормош шул юрауҙарҙан, иҫәпләүҙәрҙән генә тора. Ни ҡылаһың, иртәгәбеҙ доллар-евро хаҡына, нефть баһаһына бәйләнгәс. Һәр хәлдә, киң мәғлүмәт саралары ошо хаҡта көнө-төнө тылҡып тора. Иҡтисадсы булмаҫ ерҙән булырһың.
Шулай ҙа әсәйемә һәм башҡа “иҡтисадсылар”ға һөйөнсө: долларҙың хаҡы төшә башланы – 80 һумдан аҫҡа тәгәрәне. Был — нефттең хаҡы үҫергә маташыуы фонында барлыҡҡа килгән яңылыҡ. Һум, бирешмә, был ҡылығыңды артабан да дауам ит, тип теләргә генә ҡалалыр.
Их, ҡасан тамамланыр һуң был “математика дәресе”, ҡасан ғына әсәйем доллар урынына кисә клубта булған концерт тураһында һөйләр…






Вернуться назад