Киҫкен мәсьәләләр хәл ителә12.02.2016
Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ буйынса форум уҙа. Кисә – Мәләүездә, бөгөн иһә Өфөлә тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтары ойошторола.

Йыйында социаль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда финанслау, франчайзинг алымын файҙаланыу, йәмәғәт фондтары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре ҡарала. Мәскәү, Төмән, Пермь һәм Өфө йүнселдәре, эксперттары тәжрибә уртаҡлаша. Улар социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн консультация үткәрә.
Социаль бизнес инвалидтарҙы, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе, ауыр хәлгә тарыған кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү кеүек киҫкен проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеген бирә. Шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһы аша шулай уҡ социаль хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Был сара бәләкәй һәм урта бизнесты социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү буйынса “юл картаһы” менән ҡаралған.


Вернуться назад